Конспект занятия "Леп - леп оса күбәләк"
Тема: “Леп- леп оса күбәләк”
Маҡсат:
- балаларҙы баҫма техникаһы менән һүрәт төшөрөргә өйрәтеү;
- ваҡ ҡул моторикаһын, һүрәт төшөрөү һәләтен үҫтереү;
- тәбиғәткә, күбәләккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Үткәреү формаһы: дәрес - сәйәхәт.
Эшмәкәрлек төрҙәре: уйын, художестволы ижад.
Йыһазландырыу: схемалар, һүрәттәр, ҡырҡылған
һүрәттәр,салфеткалар, мамыҡ таяҡсалар, күбәләк формаһында
губкалар.
Һүҙлек эше: бөжәктәр, ҡамҡа, сиңерткә.
Дәрес барышы:
Талғын көй уйнай күбәләк килеп инә.
- Һаумыһығыҙ балалар. Мине танынығыҙмы?(Балаларҙың яуаптары).
Эйе, мин күбәләк.
- Балалар мин дуҫтарымды эҙләйем. Һеҙ күрмәнегеҙме? Ә һеҙ миңә
ярҙам итмәҫһегеҙме икән? Улай булғас әйҙәгеҙ дуҫтарымды эҙләргә.
- Ә балалар хәҙер ниндәй миҙгел? (Балаларҙы активлаштырыу).
Схема буйынса һөйләү.
- Яҙ миҙгелендә ниндәй үҙгәрештәр була?(Һүрәттәр менән эш).
- Ҡояш нығыраҡ йылыта, яҙ көнө ямғырҙар яуа, ҡоштар ҡайта, ағастар
бөрөләнә, шунан япраҡ яра.
- Тимәк балалар яҙ миҙгелендә тирә – яҡ уяна. Афарин балалар.
Әйҙәгеҙ яҙҙың саф һауаһын һулап алайыҡ. (Түңәрәккә тороу).
Тын алыуға күнегеү:
Танау аша яйлап тын алабыҙ, сығарғанда “у- у- у” тип әйтәбеҙ.
- Балалар бында минең дуҫтарым булдымы икән? Улай булғас юлды
дауам итәйек.
- Балалар әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға кәрәклеге тураһында
ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек.
Видеояҙма “Ярамай”
- Сәскәләрҙе өҙөргә ярамай.
- Үҙеңдән һуң сүп – сарҙы йыйыштырырға кәрәк, ҡалдырырға ярамай.
- Урманда ут яғырға ярамай.
- Тимәк, балалар үҙеңде тәртипле тотор кәрәк. Шулаймы?
- Афарин балалар. Бында дуҫтарымды ҡүрмәнегеҙме? Улай булғас юлды
дауам итәйек.
- Ҡарағыҙ әле балалар бында һүрәттәр ята. Улар бер – нисә өлөшкә
бүленгән, һүрәттәрҙе дөрөҫ итеп йыяйыҡта нимәләр ятҡанын
асыҡлайыҡ.
Бер бөтөн итеп төҙөү: “Бөжәктәр”.
Ҡырҡылған һүрәттәр: себен, серәкәй, ҡамҡа, сиңерткә.
- Бөтәһе бергә улар нисек атала? (Бөжәктәр).
- Ә балалар бында күбәләктәр бармы?
- Улай булғас әйҙәгеҙ юлды дауам итәйек, дуҫтарымды эҙләйек.
- Әйҙәгеҙ балалар күбәләктәр булып уйнап алайыҡ.
Ял итеү минуты “Күбәләктәр”
Леп- леп, оса күбәләк
Шатлана, бейей ул. (Аяҡ остарына баҫып ҡулдарҙы еңелсә ҡанат кеүек
итеп елпеп атлап йөрөү)
Сәскәнән сәскәгә
Хәл белеп йөрөй ул. (Еңелсә урында әйләнеү)
Йәйғор әйләнә
Ҡанаты осонда
Бәхете, шатлығы (Уң ҡулды, һул ҡулды алмашлап ҡағыу)
Леп- леп осоуҙа.
Баҫма техникаһы менән һүрәт төшөрөү:
- Балалар, ҡарағыҙ әле, нимәлер ята. Бында бит минең дуҫтарым
ҡүбәләктәр. Улар моңһоу, сөнки күбәләктәр уянмағандар. Әйҙәгеҙ әле
беҙ уларҙы осороп ебәрәйек. Осорор өсөн беҙгә күбәләктәрҙе күк,
ҡыҙыл төҫтәге буяуҙарға манып аҡ биткә баҫып сығыр кәрәк. Бер нисә
күбәләк эшләйбеҙ. Шунан һуң мамыҡ таяҡсалар менән күбәләктәргә
йәшел төҫ менән биҙәктәр эшләйек. Эшләп бөткәс ҡулдарҙы салфетка
менән һөртәбеҙ. Эш урынын тәртипкә килтерәбеҙ.
- Афарин балалар, ҡайһылай матур килеп сыҡты күбәләктәр.
- Балалар беҙ күбәләктәргә ниндәй төҫ менән эшләнек? Биҙәктәре
ниндәй төҫтә? (Балаларҙың яуаптары).
Йомғаҡлау:
-Балалар һеҙгә күбәләктәр эшләү оҡшанымы? (Балаларҙың яуаптары).
- Нимәләр оҡшаны һеҙгә? (Балаларҙың яуаптары).
- Рәхмәт һеҙгә балалар дуҫтарымды эҙләргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн.
Балалар мин һеҙгә иҫтәлек итеп үҙемдең фотоһүрәтемде тапшырам.
- Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ.
МУНИЦИПАЛЬ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
БАЛА ҮҪТЕРЕҮ ҮҘӘГЕ – “АҠБУҘАТ” БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ
Ата – әсәләр өсөн йомғаҡлау дәресе:
Әҙерләне
тәрбиәсе:
Хәсәнова Ә.Ш.
Педагогика - еще материалы к урокам:
- Конспект занятия "Ленивица и Рукодельница в гостях у ребят"
- Конспект занятия "Легко и весело о сложном"
- Презентация "Роль руководителей образовательных учреждений в организации инновационной деятельности в образовательном учреждении"
- НОД в младшей группе "Путешествие в весенний лес"
- Педагогический проект ко дню Победы в Великой Отечественной Войне
- Конспект занятия в старшей группе "Новенькие"