Мой прадед-ветеран Великой Отечественной войны
Сурамановский филиал
муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения
средней общеобразовательной школы села Озёрный
муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан
IV МЕЖРЕГИОНАЛЬНАЯ
НАУЧНО-ПРАКТИЧЕСКАЯ КОНФЕРЕНЦИЯ
« ЕВРОПА – АЗИЯ. ОТКРЫВАЯ ГОРИЗОНТЫ»
Направление исследования: История и культура Башкортостана
Тема: «Мой прадед-ветеран Великой Отечественной войны»
Автор работы:Кутуева Лидия Азаматовна, обучающаяся 6 класса
МБОУ СОШ с. Озёрный МР Учалинский район РБ
Руководитель: Кутуева Зульфия Абраровна, учитель начальных классов
Сурамановского филиала МБОУ СОШ с. Озёрный МР Учалинский район РБ
Сураманово 2019
1
Йөкмәткеһе:
Инеш һүҙ 2
1. Сораман ауылынан һуғышта ҡатнашыусы яугирҙәр 4
2. Олатайым Ҡотоев Мофассал Шәйхислам улы 5
3. Мин – «Бүреләр» аймағынан 8
4. Йомғаҡлау 9
5. Ҡулланылған әҙәбиәт 10
2
Инеш һүҙ
41-ҙең ҡайғылы йылдары,
Күптән инде йыраҡта ҡалды.
Ауылымдың 77 яугиры,
Ошо һуғышта бит ҡатнашты.
Ҡырҡ яугир тыуған илен һаҡлап,
Башын һалды ҡәһәрле ерҙә.
Күпме әсәйҙәр, бала-саға,
Етем ҡалды ошо дүрт йылда.
Баш эйәбеҙ һеҙгә,олатайҙар!
Рәхмәтебеҙ сикһеҙ ҙур беҙҙең.
Мәңгелеккә һеҙгә бурыслыбыҙ,
Хөрмәтләрбеҙ һеҙҙе һәр саҡ беҙ.
Һуғыш…Ҡәһәрле һуғыш…Күпме балаларҙы етем,күпме әсәйҙәрҙе
балаһыҙ ҡалдырҙы…Һуғыш ҡайғыларын татымаған,юғалтыуҙар күрмәгән
бер генә лә ғаилә юҡтыр ул.Бөйөк Еңеү һәр һалдаттың ҡаны,даны менән
яуланған.Быйыл Ватаныбыҙ тарихында иң мөһим иҫтәлекле ваҡиғаларҙың
береһе -1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы
билдәләнә.Аяуһыҙ һәм көсөргәнешле һуғыш бер йортто ла урап үтмәгән,һәр
ғаилә тыуған илебеҙ азатлығы өсөн йәнен аямай көрәшкән һәм ғәзиздәре
тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлай.
Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған,
яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән. Һуғыш тарих биттәрендә
урын алһа ла, уның халыҡ хәтеренән онотолоуы мөмкин түгел. Беҙ уларға ҙур
ихтирам һәм рәхмәт белдерәбеҙ.Ошо батырлыҡтарҙың барыһы ла мине был
теманы ныҡлап өйрәнергә теләк уятты.Минең эҙләнеү эшем олатайымдың
атаһы Мофассал Шәйхислам улы олатайым тураһында булыр.
3
Теманың актуаллеге:
Һайланған темамды бөгөнгө көндә бик актуаль тип уйлайым. Йылдар үткән
һайын һуғышта ҡатнашыусылар һаны кәмей бара, улар иҫән-һау саҡта, беҙ
уларҙан һорашып был турала иҫтәлек ҡалдырырға тейешбеҙ. Уларҙың илгә
алып ҡайтҡан дандарын мәңгеләштереү беҙҙең бурыс.
Теманың проблемаһы:
Ә ни өсөн беҙ был турала оноторға тейеш түгелбеҙ?
Теманың гипотезаһы:
Бала саҡтары һуғыш осорона тура килгән ололарҙан, олатай-өләсәйҙәрҙән ,
уларҙың батырлыҡтары тураһында күберәк мәғлүмәт алып ҡалырға һәм
шәжәрәне өйрәнергә.
Эҙләнеү эшемдең маҡсаты:
Үҙебеҙҙең нәҫелдән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында
мәғлүмәт туплау, уларға хөрмәт тәрбиәләү,олатайымдың тормош юлы менән
яҡындан танышыу.
Эҙләнеү эшемдең бурыстары:
Олатайымдың биографияһын өйрәнеү һәм бала саҡтары шул осорға тура
килгән туғандар тураһында мәғлүмәт туплау, уларға ҡарата ғорурлыҡ,
ихтирам хисе тәрбиәләү.
Теманың предметы:
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир ҡарт олатайым Ҡотоев
Мофассал Шәйхислам улы.
Фәнни яңылыҡ:
Был теманы өйрәнеүгә үҙемдең шәжәрәмде ҡулланыу.
Практик әһәмиәте:
Мәҡәлә яҙырға, яҡындарыма һәм киләсәк быуынға еткереү өсөн кәрәк.
Авторҙың индергән өлөшө:
Шәжәрәне өйрәндем, музей материалдарынан мәғлүмәттәр тупланым,
ололар менән әңгәмәләр үткәрҙем.
4
1.Ауылымдың һәр йортона тейеп,үтте ҡанлы һуғыш,ҡалды һағыш….
Бөйөк Ватан һуғышы тиҫтә-тиҫтә йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла,
миллиондарса кешенең күңеле тынысланмай. Хәҙер һуғыштың афәтен, утты-
һыуҙы үткән ветерандар, тылдың аслы-туҡлы михнәттәрен күргән әбейҙәр-
бабайҙарҙа бик аҙ. Хатта бала саҡтарында башаҡ, үлән эҙләп тамаҡ аҫраған,
билдән ҡар йырып урман киҫкән, нығынып та етмәгән иңдәрендә етмеш-йөҙ
саҡрымда ятҡан станцияларҙан орлоҡ ташыған, станоктар артында баҫып
торған 10–14 йәшлек малай-ҡыҙҙарҙы ла шул заманда алған ауырыуҙары
арабыҙҙан алып китә. Әммә һуғыш шауҡымы уларҙың балаларында,ейән-
ейәнсәрҙәрендә йәшәй.
Үҙ шәжәрәмде асып ҡарап әсәйем менән бергәләшеп был һуғыштың беҙҙең
туғандарға нисек ҡағылыуын тикшерҙек.
Үкенескә ҡаршы, һуғыш һәм тыл ветерандары сафтары йылдан-йыл кәмей
бара. Бер нисә йылдан Еңеү байрамына саҡырып хөрмәтләгәндәй кеше лә
ҡалмаясаҡ – тормош ҡанундары аяуһыҙ һәм беҙ ваҡыт ағышына ҡаршы бер
ни ҙә эшләй алмайбыҙ. Шуға күрә бөгөн беҙгә һәр һалдаттың, яҙмыштары
был осорға тура килгән һәр кешенең хәтирәһе ҡәҙерле. Уларҙы тыңлап, яҙып
алып ҡалыу, тарихи дөрөҫлөктө иҫтә ҡалдырыу һәм онотмау – беҙҙең бурыс.
Шуның өсөн дә мин был тема менән бик ныҡ ҡыҙыҡһындым һәм төплө
өйрәнергә ҡарар иттем. Был минең тикшеренеүҙәремдең башы ғына әле.
Фин яуы 1939 йылдың 30 ноябрь көнө башлана.1940 йылдың 12 мартында
тамамлана.Ауылыбыҙҙан фин яуына 6 яугир оҙатыла.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас,улар йәнә ҡулдарына ҡорал алып,фашист
илбаҫарҙарына ҡаршы яуға китәләр.
Район һәм ҡаланан барлығы 13437 яугир һуғыш ҡырына оҙатылған.Ә инде
ауылыбыҙҙан бөтәһе 77 яугир фронтҡа китә.Һуғыш ҡырында һәләк
булыусылар һаны 40 кеше.Яуҙан әйләнеп ҡайтҡандар һаны 37
кеше.Японияны тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан 3 яугир.
Сораман ауылынан барлығы 77 яугир фронтҡа оҙатыла.Ул дәһшәтле йылдар
башында тәүге саҡырылыш менән фронтҡа киткәндәрҙең исем-шәрифтәре лә
халыҡ хәтерендә һаҡланған.Яу юлына тәүгеләрҙән булып Кәлимуллин
Билал,Рамаҙанов Йыһангир,Шәрипов Хәйҙәр,Ҡотоев Әхмәтхан,Юнысов
Кирам,Ялалов Хәйретдин һәм минең олатайым Мофассал оҙатылған.Күпер
янында үҙҙәрен оҙатырға килеүселәр менән хушлаштылар ҙа ат арбаһына
тейәлешеп,гармунға ҡушылып йырлай-йырлай ,ауылдан сығып
киттеләр…Икенсе көн яңы төркөм ҡуҙғалды.Шул рәүешле,ауылдағы ир-
егеттәрҙең барыһы ла тиерлек һуғышҡа алынды.
5
2. Ҡоҙаш ауылында йәшәүсе Мофассал ҡыҙы Насира әбейем биргән
мәғлүмәттәрҙән
-Әхмәтхан ағай минең атай менән бер туған.Әсәйем һөйләүе буйынса,ул 1939
йылда Ахун ауылында счетоводтар әҙерләү курсында уҡыған.Шул саҡтарҙа
күмәкләп төшкән фото ла һаҡланған.Һуңынан ул үҙҙәренең ауылында
эшләне.Төшкө сәйгә ҡайтҡан мәлендә ағайыма ҡаршы йүгереп барғанымды
яҡшы хәтерләйем.Мине иңбашына ултыртып алып ҡайтһа,бик ҡыуана инем...
Әхмәтхан ағай ҙа һуғышҡа оҙатыла.Үкенескә ҡаршы, Еңеү яҙы етер алдынан
ғына яугир хәбәрһеҙ юғалған.
Насира әбейем һөйләүенсә,атайҙары 17 йәшендә генә Ҡаҙаҡҡол ауылы
һылыуы Таибә Бикмөхәмәт ҡыҙына өйләнгән .
Әсәйҙәре 12 бала күреп,шуларҙың етәүһенә: Насира,Ғәбдерәшит,Әлфиә,
Урал,Ғәбдерәүеф,Шәриф,Вәрискә яҡты донъяла йәшәргә яҙа. Йәнә ата-
әсәйҙең Мостафа атлы улдары ла булған.Атай кеше Белорет ҡалаһында
әҙерлек үткәнендә Мостафаны ла алып, ҡалаға килеп китеүҙәрен һорап,
ҡатынына сәләм күндерә.Һалдаттар сабыйҙы ҡулдан- ҡулға йөрөтөп,
танһыҡтары ҡанғансы һөйә икән.Шунан аҙаҡ бала күҙ тейеүҙән ауырып китә
һәм вафат булған.
Сабыйын мәңгелеккә юғалтасағы тураһында атай кеше төш күрә: бала ятҡан
бишек,пружинаһына элеүле килеш,туп-тура зыяратҡа осоп төштө, тип
Белорет баҙарына килгәндәргә һөйләп, ауылдаштарын аптырата.
Беҙҙең ғаиләнән ике ир уҙаманы һалдат шинеле кейеп, ут-һыу кискән.
Атайым Мофассал Шәйхислам улына башта Фин яуында,аҙаҡ Бөйөк Ватан
һәм Япония милитаристарына ҡаршы барған тиңһеҙ алыштарҙа ҡатнашырға
тура килгән.
Тарихи яҙмала Япон самурайҙарына ҡаршы барған һуғыштың береһендә
Мофассал Шәйхислам улының күрһәткән ҡаһарманлығы хаҡында бәйән
ителә.
1945 йылдың август башы.мото-уҡсылар полкының 27 отделениеһы Калган
ҡалаһы (Чжаньзянькоу) йүнәлешендә барған көслө алыштарҙа япондар менән
көс һынаша.Совет һалдаттарына уғата ауыр: монгол кенәзе Дэван бойороғо
буйынса,тирә-яҡтағы юлдар йырғысланған, етмәһә, сигенгән саҡта бөтә
ҡоҙоҡтарҙың һыуын ағыулағандар. Шуға ҡарамаҫтан,совет яугирҙәре алға
ынтылған.Нәҡ ошо Калган районында барған алышта кесе сержант Ҡотоев
ҡаһарманлыҡ күрһәтә.Бер туҡтауһыҙ ут һиптергән дошман дзотын юҡ итә
ул.
Һуңынан тәүәккәл һалдат йәнә алға ынтыла.Тик дошман да уны тиҙ сәпкә
ала.Ә ҡыйыу һуғышсы дошман үҙенә төбәп ата алмаһын өсөн уңға- һулға
кәйелеп йүгерә, йә ҡапыл ергә ята, ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, яу яланын
6
ташлап китмәй, ҡул пулеметынан атыуын һаман дауам иткән. Шул рәүешле,
кесе сержант Ҡотоев үҙенән артта килгәндәргә юл асыуға өлгәшкән...20
августа уларҙың полкы Калган ҡалаһын яулап алған.Япон ғәскәре
сигенгән.
Шәйхислам улы Мофассал Ҡотоев яу ҡырында күрһәткән батырлығы
өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән бүләкләнгән. Япон самурайҙарына
ҡаршы алыштың оло баһаһы булараҡ, ордены бөгөнгө көндә лә Ҡотоев
Урал бабайымдың ғаилә архивында һаҡлана.Ғәбдрәшит олатайымдың бер
туған ҡустыһы.
Насира Мофассал ҡыҙының атаһы хаҡында хәтирәләренән тағы шулар
билдәле: Шәйхислам улы Мофассал ауыр яралана.Йыш ҡына күкрәк
ауыҙындағы яраһы асыла.Эрендәре менән бергә унан төрлө мина ярсыҡтары
сыға ине, ти. Шуға ҡарамаҫтан, һуғыштан ҡайтҡас та, башҡа фронтавиктар
менән бергәләп, бөлгөнлөккә төшкән ауыл хужалығын тергеҙеү эшенә
тотона. Колхоз председателе итеп тәғәйенләнә.
Көсәнергә ярамаһа ла ,ер эшен һағындырҙы, тип, аты менән гектар самаһы ер
һөрҙө. Хәле хөртәйгәс,Верхнеурал,Учалы дауханаларында ятып дауаланды.
Ҡаҙаҡҡол дауханаһынан ҡайтҡас ,1952 йылдың 1 майында уның йәне
баҡыйлыҡҡа күсте ”,- тип һөйләй әбейем
7
Ҡаһарман олатайға
1945 йылдың август айы,
Көслө алыш барған Калганда.
Совет һалдаттары көс һынаша,
Япон ғәскәрҙәре менән яланда.
Нәҡ ошо барған алышта,
Ҡыйыулыҡ күрһәтә ул һуғышта.
Дошман ата алмаһын өсөн,
Унға-һулға кәйелеп йүгерә...
Дошман дзотын юҡ иткәс тә,
Ҡапыл яугир ергә эйелә.
Кесе сержант,ҡыйыу командир,
Арттағыларға шулай юл аса.
20 август.Калган ҡалаһын,
Яулап алған беҙҙең батырҙар.
Япондар артҡа сигенгән,
Арттан ҡыуғас беҙҙең һалдаттар.
Оло ҡаһармандарҙың береһе,
Шәйхислам улы Мофассал.
Ҡыҙыл Йондоҙға лайыҡ булғас,
Дан йырлай уға бөгөн,атайсал.
(Ғарипова Р.И.)
8
3. Мин – «Бүреләр» аймағынан
Мин үҙемдең данлыҡлы «Бүреләр» аймағынан икәнлегемде һәм иҫ
китмәле ҡаһарман олатайым Ҡотоев Мофассал Шәйхислам улы булыуын
асыҡланым. Шәжәрә буйынса ҡарағанда, Мулдаш исемле кешенең Мөрсәлим
һәм Ҡотлоғәли тигән ике улы булған. Мөрсәлимдең улы Әбдерәш,
Әбдерәштең улы Ҡотлоәхмәт, Ҡотлоәхмәттең улы Шәйхислам,
Шәйхисламдың улы Мофассал, Мофассалдың улы – минең олатайым
Ғәбдерәшит, Ғәбдерәшит улы – минең атайым Азамат. Күренеүенсә, мин
шәжәрә сыбығының туғыҙынсы быуынын тәшкил итәм. Ә инде фамилиябыҙ
«Ҡотоевтар» булғанлыҡтан, мин үрҙә телгә алынған Әбдерәш улы
Ҡотлоәхмәттең бишенсе быуын вариҫы булып сығам. Беҙҙең фамилияның
шулай атап йөрөтөлөүе «Ҡотло-әхмәт» һүҙенең һуңғы ижектәрен ҡыҫҡартып
әйткәндән килә.
Мәрхүм олатайым Ғәбдерәшит менән өләсәйем Әдибә Ҡотоевтар
бергәләп 4 бала бағып үҫтергән. Ҡыҙҙары Рима,Ләлә һәм Нилә , улы Азамат.
Минең атайым Азамат Ҡотоев тыуып үҫкән нигеҙе янында үҙенең
тырышлығы менән яңы йорт күтәрҙе. Әсәйем Зөлфиә менән тормош ҡороп,
беҙҙе, йәғни Рәшит һәм Рәсүл ағайҙарым һәм Лидиә исемле ҡыҙына, лайыҡлы
тәрбиә биреп үҫтерәләр.
Мин үҙемдең шундай данлыҡлы нәҫелдән – «Бүреләр» аймағынан бу-
лыуым менән хаҡлы рәүештә ғорурланам. Шуға күрә лә бүреләй етеҙ, ҡыйыу
булып һәр нәмәгә өлгөрөргә, алдынғы булырға тырышып йәшәйем. Мәктәптә
тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшергә, яратҡан шөғөлөм – йыр-бейеүҙән
мәңге айырылмаҫҡа һәм матур, аҡыллы ҡыҙ булып үҫергә тигән маҡсаттарым
бар.
9
4. Йомғаҡлау
Ҡот осҡос һуғыш 1418 көн дауам итә. Башҡортостандан 704448 кеше
һуғышҡа киткән. Тыуған ил азатлығы өсөн республиканан бөтәһе 297979
яугир башын һалған.
9 май – илебеҙҙең һәр гражданы өсөн күптән инде изге байрамға әйләнде.
Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ғына түгел, ә уларҙың балалары һәм
ейән-ейәнсәрҙәренең күңелдәренә лә тәрән инеп ултырған. Шуға күрә лә
республикабыҙҙа Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек бик ҡыҙыу бара.
Минең, ошо ғилми эшемә таянып, барса дуҫ-иштәремә, класташтарыма
һәм башҡа йәштәштәремә «Әйҙәгеҙ, бергәләшеп тарихты өйрәнәйексе» тип
өндәшәһем килә. Сөнки, үткәнен белмәгәндең киләсәге булмаҫ, ә киләсәге
юҡтың кәрәге лә булмаҫ.
Кеше үлһә лә, исеме онотолмай, тиҙәр.Олатайым Ҡотоев Мофассал
Шәйхислам улы тураһында мәғлүмәттәр Сораман ауылының “ Тиләү”
музейында һаҡлана.Еңеү яулаған олатайыбыҙ менән ғүмер буйы ғорурланып
йәшәйәсәкбеҙ,уның батырлығына һоҡланабыҙ.
10
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. З. Ғ. Ҡәләмова. «Бүреләр» аймағының шәжәрәһе». Сибай -2016.
2. «Тиләү» ырыуы музейынан алынған материалдар. Музей етәксеһе
Ҡәләмова Зөбәйҙә Ғилмитдин ҡыҙы биргән яҙма мәғлүмәттәр.
3. Ҡоҙаш ауылында йәшәүсе Мофассал ҡыҙы Насира әбейем биргән яҙма
мәғлүмәттәр.
4. Озёрный урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Сораман филиалы
уҡытыусыһы Ҡотоева Зөлфиә Әбрәр ҡыҙы биргән яҙма мәғлүмәттәр.
5. Учалинский район: Энциклопедия. Уфа, 2008.
Педагогика - еще материалы к урокам:
- КВН "Зимние забавы"
- Картотека "Гимнастика пробуждения после дневного сна для 2 младшей группы"
- Дневник пришкольного оздоровительного лагеря
- Картотека "Гимнастики для глаз" для второй младшей группы
- Презентация "Анализ МО социально-психолого-логопедической службы за 2018-2019 учебный год"
- Перспективный коррекционно-логопедический план работы с детьми в старшей группе