Сценарий "Белем иленә сәйәхәт"

Тема:”Белем иленә сәйәхәт
Маҡсат:
Балаларға белем көнө тураһында белемдәрен камиллаштырыу;
Күңелле атмосфера, дәртле кәйеф, уйнау теләге булдырыу;
Дуҫлыҡ, берҙәмлелек тойғолары тәрбиәләү;
Ойоштороу моменты:
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ хөрмәтле балалар, тәрбиәселәр!
Бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән Белем көнө менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙе
күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Ошо минутта меңәрләгән балалар, уҡыусылар
һеҙҙең кеүек үк балалар баҡсаһына, мәктәп майҙанына килеп баҫты.
Уларҙың да һеҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә
дәрт. Балалар, уҡыусылар белем алыу теләге менән туған балалар
баҡсаһына, мәктәбенә аяҡ баҫа.
1-се бала.
Һауа һалҡыная бара,
Аяҡ баҫабыҙ көҙгә.
Япраҡтар ҙа һары төҫтә
Салына инде күҙгә.
2-се бала.
Хушлаштыҡ йәмле йәй менән
Үтте лә каникулдар.
Бөгөн байрам – белем көнө
Балалар баҡсаһына илтә юлдар.
3-сө бала.
Һаумы баҡса, һаумы
Беҙ һине һағынып бөттөк.
Сентябрь айы еткәнен.
Түҙемһеҙләнеп көттөк.
4-се бала:
Тәрбиәсенән дә бөйөгөрәк
Бармы ҡәҙерле исем.
Шуға ла һеҙҙең байрам
Байрам бөтәбеҙ өсөн.
Йыр “Тәрбиәсе апайыбыҙ”
Көй аҫтында Буратино килеп инә.
Буратино: Һаумыһығыҙ балалар, һаумыһығыҙ.
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ! Балалар кем беҙгә ҡунаҡҡа килгән?
Балалар: Буратино.
Буратино: Дөрөҫ балалар, мин Буратино. Мин һеҙгә әкиәт иленән
килдем һәм ныҡ ҡына ҡабаланам.
Алып барыусы: Буратино һин ҡайҙа ҡабаланаң?
Буратино: Мин балалар баҡсаһына белем көнөнә ҡабаланам, сөнки
был байрам йылына бер тапҡыр ғына була. Ул байрамды мин күргәнем
юҡ.
Алып барыусы: Ә һин Буратино балалар баҡсаһына килгәнһең, бөгөн
бөтә балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр белем көнөн үткәрә.
Буратино: Ә ул ниндәй байрам ул?
Алып барыусы: Был байрам тураһында балалар һөйләрҙәр.
5- се бала:
Тәрбиәсе тоғро дуҫым
Йән аҙығы бирҙе ул.
Белем сере баҡсаһында
Шытымдар ҙа һибә ул.
6- сы бала:
Өйрәтә ул яратырға
Тыуған илде, хеҙмәтте.
Айырырға аҡ- ҡараны
Булырға ла әҙәпле.
6- сы бала:
Тоҡандырып кескәй йөрәктәрҙә,
Тыуған илгә, ергә мөхәббәт.
Аңлатаһың беҙгә: башҡорт халҡым
Ниндәй ғорур, ниндәй мөһабәт.
Алып барыусы: Афарин балалар, рәхмәт һеҙгә.
Мальвинаның тауышы сыға.
Мальвина: Буратино һин ҡайҙа?
Буратино: Уй тағы Мальвина килә. Хәҙер мине өйрәтә башлай: “Төҙ
ултыр, ручканы дөрөҫ тот”- тип. Зинһар өсөн йәшерегеҙ мине.
(Мальвина инә. Буратиноны эҙләй, ә Буратино алып барыусының
артына йәшенә)
Мальвина: Һаумыһығыҙ балалар. Һеҙ Буратиноны күрмәнегеҙме?
Уҡымаҫ өсөн ҡасып тик йөрөй. (Буратиноны эҙләй һәм табып ала) Бына
һин ҡайҙа.
Алып барыусы: Һаумы Мальвина. Буратино балалар баҡсаһына белем
көнөнә килде.
Мальвина: Мин белдем инде ул бында эшһеҙ йөрөгәнен.
Алып барыусы: Нишләп улай булһын! Әйҙәгеҙ балалар Мальвинаға
беҙ балалар баҡсаһында нимәләр эшләгәнебеҙҙе һөйләйек.
Балалар:
Балалар баҡсаһында һүрәт төшөрәбеҙ;
Бейейбеҙ, йырлайбыҙ;
Атай- әсәйҙәргә ярҙам итәбеҙ;
Тәбиғәтте һаҡларға өйрәнәбеҙ;
Беҙ пластилиндан төрлө һындар әүәләйбеҙ;
Төрлө тәжрибәләр үткәрәбеҙ;
Юл тамғаларын һәм ҡағиҙәләрен өйрәнәбеҙ;
Алып барыусы: Беҙҙең балалар юл тамғаларын һәм ҡағиҙәләрен дә
беләләр. Улар беҙҙең киләсәк уҡыусыларыбыҙ, улар үҙҙәре мәктәпкә
йөрөй башлаһалар уларға бик кәрәк. Һәр кем юл тамғаларын һәм
ҡағиҙәләрен белеүе мотлаҡ.
Буратино: Мальвина әйҙә тикшереп ҡарайыҡ, беләләрме икән.
Мальвина: Әйҙә, әйҙә.
Уйын: “Юл тамғаларын дөрөҫ әйт”
Мальвина: Афарин балалар, юл тамғалары һәм ҡағиҙәләре тураһында
беләһегеҙ икән. Рәхмәт һеҙгә.
Алып барыусы: Беҙҙең балалар бейергәлә яраталар. Әйҙәгеҙ түңәрәккә
торайыҡ, һеҙҙә беҙгә ҡушылып бейегеҙ.
Бейеү: “Буги- Вуги”.
Буратино: Рәхмәт балалар. Бик күңелле булып китте. Балалар һеҙ
мәктәпкә барғас иғтибарлы ла булыу мөһим.
Мальвина: Хәҙер беҙ һеҙгә һорауҙар бирәбеҙ, һеҙ шул һорауҙарға “юҡ”,
“әйе” тип яуап бирмәйһегеҙ, ә һүҙ йәки һөйләм менән яуап бирәһегеҙ.
Һорауҙар:
Төндә ҡояш яҡтыртамы?
Һеҙ көлөргә яратаһығыҙмы?
Һеҙ уҡырға яратаһығыҙмы?
Һеҙ тыңлаусан һәм намыҫлымы?
Иртәнсәк тешегеҙҙе һабын менән таҙартаһығыҙмы?
Һеҙ йыр тыңларға яратаһығыҙмы?
Һеҙ аҡыллы һәм күңеллеме?
Алып барыусы: Күрҙегеҙме? Беҙҙең балалар бөтәһендә өйрәнергә
һәм белергә теләйҙәр һәм мәктәптә нимәгә өйрәткәндәрендә
беләләр. Хәҙер балалар шуның турала йырлап үтерҙәр.
Йыр “Чему учат в школе
Мальвина: Һеҙҙең менән күңелле, тик Буратино беҙгә ҡайтырға
ваҡытта етте. Хәҙер һине лә мәктәпкә алып барыр кәрәк. Балалар
баҡсаһында шундай аҡыллы, уңған, тәртипле,ярҙамсыл, тыңлаусан
балалар барлығы тураһында дуҫтарыбыҙға һөйләрбеҙ. Икенсе ваҡыт
икенсе дуҫтарыбыҙҙы ла алып килербеҙ.Һаубулығыҙ.
Буратино: Миңәлә мәктәпкә барыр ҡәрәк, миндә һеҙҙең һымаҡ
бөтә нәмәнелә белгем килә. Икенсе осрашҡанға тиклем һаубулығыҙ.
Алып барыусы: Һеҙҙе тағы берҙе байрам менән.Тыныс булһын
илебеҙ.Һәр килгән көнгә шатланып йәшәйек,тырышып белем
алайыҡ.
Булһын ерҙә һәр саҡ тыныслыҡ
Булмаһын ерҙә һуғыштар,
Күгебеҙ булһын аяҙ.
Илде һаҡлаған һалдаттар
Һәр ваҡыт булһын уяу.
Йыр “Наш любимый детский сад”
МУНИЦИПАЛЬ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
БАЛА ҮҪТЕРЕҮ ҮҘӘГЕ – “АҠБУҘАТ” БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ
(Мәктәпкә әҙерлек төркөмө)