Конспект урока "Күңелле шарҙар"

Тема: “Күңелле шарҙар”
Маҡсат: - балаларҙың әүәләүгә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү;
- төҫтәрҙе нығытыу;
- - дуҫлыҡ, берҙәмлелек тойғоһо тәрбиәләү.
Үткәреү формаһы: уйын формаһында.
Эшмәкәрлек төрҙәре: уйын, художестволы ижад.
Йыһазландырыу: клоун һүрәте, таҡта, төҫле шарҙарҙың һүрәттәре, ике өлөшкә
бүленгән шар һүрәттәре (һәр бер балаға), музыка, өлгө шар һүрәттәре,
пластилиндар, клеенка, салфеткалар, ҡағыҙ битендә шар һүрәттәре, шарҙар,
персонаж клоун.
Дәрес барышы: тәрбиәсе балаларға клоун һүрәте буйынса әңгәмә үткәрә.
- Балалар клоунды күргәнегеҙ бармы?
- Ҡайҙа күргәнегеҙ бар?
- Әйе, циркта күргәнебеҙ бар. Һеҙ беләһегеҙме, клоун шарҙар менән уйнарға ярата. Ә
һеҙ шарҙар менән уйнарға яратаһығыҙмы? (балаларҙың яуаптары).
- Шарҙар төрлө төҫтә була. Әйҙәгеҙ төҫтәрен ҡарап үтәйек әле (таҡта эргәһенә
барып балалар ярым түңәрәк яһап торалар. Таҡтаға төҫлө шарҙарҙың һүрәте эленә,
балалар төҫтәрен әйтә).
- Был шар ниндәй төҫтә? (Йәшел, ҡыҙыл, күк, һары).
Дидактик уйын: “Яртыһын тап”. (Шарҙар төрлө төҫтә һәм яртыға бүленгән,
хәҙер беҙгә уларҙың төҫөн тап килтереп дөрөҫ итеп һалырға кәрәк).
- Дөрөҫ эшләнегеҙ, әйҙәгеҙ үҙебеҙгә сәпәкәй итеп алайыҡ (балалар үҙҙәрен хуплап
үтәләр).
Ял итеү минуты.
Түңәрәк уйыны: “Ҙур шар”.
- Балалар әйҙәгеҙ беҙҙә ҙур шар эшләйек. Түңәрәккә торҙоҡ, шарҙы өрәбеҙ: у-у-у-у.
Бына беҙҙең ҙур шарыбыҙ килеп сыҡты, хәҙер беҙҙең шарыбыҙ бушаны: ш-ш-ш-ш-ш
(уйын ике тапҡыр ҡабатлана).
Әүәләү: “Шарҙарға еп”.
- Балалар, ҡарағыҙ әле, был һүрәттә шарҙарҙың ептәре юҡ. Хәҙер беҙгә
пластилиндан әүәләп еп ҡуйыр кәрәк. Тәрбиәсе эш алымын аңлата: устарҙа оҙонса
әүәләү ысулын аңлатып үтә (уның өсөн беҙ пластилинды алабыҙ ҙа устарҙа оҙонса
әүәләйбеҙ. Шунан ебебеҙҙе шарға тоташтырабыҙ. Ҡулдарҙы салфеткаға һөртәбеҙ).
Балаларҙың эштәре (музыка аҫтында).
- Әйҙәгеҙ шарҙарыбыҙҙы бер- беребеҙгә күрһәтәйек. Ҡарағыҙ әле балалар беҙҙең
шарҙарыбыҙ ҡайһылай матур килеп сыҡты.
Йомғаҡлау:
- Балалар бөгөн беҙ нимәләр эшләнек? (Балаларҙың яуаптары).
Күңелле көй уйнай төркөмгә клоун килеп инә.
- Һаумыһығыҙ балалар, мине танынығыҙмы? (Балаларҙың яуаптары).
- Балалар мин бит һеҙгә буш ҡул менән килмәнем, үҙемде яратҡан шарҙарымды
алып килдем. Бына улар. Әйҙәгеҙ шарҙар менән уйнап алайыҡ.
Мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
Бала үҫтереү үҙәге- “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы
Йомғаҡлау дәресе:
“Күңелле шарҙар”
(беренсе кескәйҙәр төркөмө)
Әҙерләне:
тәрбиәсе
Хәсәнова Ә.Ш.