Конспект урока "Салауат батыр һәйкәле" 6 класс

Тема. Салауат батыр һәйкәле.
Маҡсат. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев менән танышыу,уның
һәйкәлен өйрәнеү,уның шәхесенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ихтирам
тәрбиәләү;
Салауат Юлаев кеүек үҙ илеңдең патриоты булырға өйрәтеү, тыуған илгә, башҡорт
теленә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү;
уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән байытыу; үҙенсәлекле башҡорт
өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә
төшөрөү, диалогик телмәрҙе үҫтереү;
экологик белемде киңәйтеү, Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Проектор , таратма материалдар,китаптар күргәҙмәһе.
Дәрес барышы.
Ойоштороу моменты.
1.Психологик комфорт булдырыу.
- Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! Кәйефтәрегеҙ нисек?
-уҡыусылар өгөн беҙҙә ҡунаҡтар, әйҙәгеҙ әле, булған белемдәрегеҙҙе ҡулланып,
бер-беребеҙ менән аралашып, дәресебеҙҙе уңышлы ғына итеп үткәреп ебәрәйек.
Уның өсөн иң тәүҙә бер –беребеҙҙе сәләмләп алайыҡ
Һаумы ҡояш!
Һаумы дуҫым!
Һаумыһығыҙ уҡытыусым!
Мин сәләмәт,мин матур!
Салауат кеүек батыр!
-Афариндар ! Ултырығыҙ балалар!
Дәресебеҙҙә рәхәтләнеп башҡортса аралашыр өсөн телдәребеҙҙе башҡорт теленә
күсереп алайыҡ.
Артикуляцион күнегеү.(слайд 1)
2.Белемде актуалләштереү.
Яңы теманы аңлатыу, дәрескә маҡсат ҡуйыу.
-Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын билдәләр өсөн слайдҡа иғтибар итәйек әле.
(портрет,һәйкәл, шиғыр юлдары)
-Шулай итеп ,беҙ бөгөнгө дәресте кемгә арнайбыҙ,нимә тураһында асыҡларға
тейешбеҙ ?(Салауат Юлаевҡа һәм уның һәйкәленә)
-Дөрөҫ, дәфтәрҙәрҙе асайыҡ бөгөнгө теманы һәм числоны яҙып ҡуяйыҡ.
- Матвей бөгөн ниндәй көн? (егерме етенсе октябрь)
- Афарин! (слайд 2 число)
Өй эшен тикшереү.
-Кем һуң ул Салауат Юлаев? (слайд 3 С.Ю. портреты)
Уның тураһында беҙгә Глеб һөйләп үтер (проект эше С.Ю. тормош юлы
-Афарин!
Уҡытыусы һүҙе.(уҡыусылар теркәп бара) .
( слайд С.Ю. тормошо)
1754 йылдың 16 июнендә Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙөй олоҫо, Тәкәй
ауылында (хәҙерге выҡытта Башҡортостандың Салауат районында) тыуған ,
Атаһы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙөй олоҫо старшинаһы булған.
Салауат Юлаевтың әсәһе Аҙнабикә белемле ҡатын була.
Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм урыҫ
телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән.
Салауатты атаһы 3 йәшендә үк атҡа атландыра.
Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек Салауат айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ
ярҙамында ғына еңеп сыға .
Йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле.
Атаһы хәрби походтарҙа булған саҡта старшина вазифаһын Салауат үҙе
башҡара.
1773 йылдың 17 сентябрендә Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр
һуғышы тоҡана.
1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалсыларға Салауат Юлаев етәкселегендә бер
төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла.
Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы
Юлай Аҙналин Өфө ҡәлғәһенең зинданында ябып тотола.
Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға,
Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға
тарттыралар
. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау
япраҡтарын йырталар, маңлайына һәм яңаҡтарына «З» («злодей»
«енәйәтсе»), «Б» («бунтовщик» «боласы»), «И» («изменник» «хыянатсы»)
тамғалары баҫыла.
1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә,
Балтик Портына(1762 йылға тиклем Рогервик ҡәлғәһе) мәңгелеккә һөргөнгә
ебәрелә.
Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә һөргөндә Балтик диңгеҙе
буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә вафат була.
Салауат Юлаевтың яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри
мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән.
-Салауат Юлаевты беҙ ижады тураһында Аня һөйләп үтер. (ижады тураһында
сығыш ,бер шиғырын яттан һөйләй).(ҡурай музыкаһы)
Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр урыҫ телендә Ф. Д.
Нефёдов «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880)
тигән очергында баҫтырып сығара.
Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв
ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы
һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир
Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле
хеҙмәтендә донъя күрә.
Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр
баҫылып сыға.
Егеткә
Зөләйха
Мин үлмәнем, башҡорттарым!
Тирмәмдә
Тыуған илем
Уҡ
Уралым
Яу
Салауат Юлаевҡа синквейн төҙөү.
Салауат
Ҡыйыу, батыр
Салауат Юлаев –милли герой.
Шағир –импровизатор.( дәфтәрҙәргә яҙалар)
Салауат Юлаев ул беҙҙең милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн, иркебеҙ өсөн
көрәшкән кеше, шағир-импровизатор. Ул үлемдән, язалауҙарҙан да ҡурҡмай, туған
халҡының ирке өсөн аҫыл ғүмерен биргән. Халҡыбыҙ батырын онотмай, ҙурлап
күңелендә һаҡлай. Уның матур исемен, шиғырҙарын килер быуынға еткерә. Иле
өсөн, халҡы өсөн янып йәшәгән егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа һәр ваҡыт кәрәк.
3.Яңы материалды өйрәнеү.
-Ә хәҙер, әйҙәгеҙ,С.Ю.һәйкәле тураһында һ ө й л ә ш е п а л а й ы ҡ. Ул
ҡайҙа урынлаштырылған?
- Уның авторы кем?(слайд 4 С.Ю. һәйкәле)
Был турала беҙгә дәреслегебеҙ тулыраҡ мәғлүмәт бирер.(25 биттәге 5 - се
күнегеү)
-Әлиә, 5 -се күнегеүҙә нимә эшләргә кәрәк,уҡы әле.(уҡый)
- Ниндәй һүҙҙәргә ялғау һайларға “Ағиҙел”, “һәйкәл”, “ҡунаҡтар”. Тәржемәһе
нисек булыр икән Агидель, памятник, гости. (слайд 5 )
Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөменә ҡарай икән (исем нимә, кемдәр һорауына
яуап бирәләр.)( слайд ) Дөрөҫ беҙгә 5 –се синыф та үткән Варианты падежных
окончаний”исемле таблица ярҙамға килер (слайд 6 таблица )
Тимәк, дөрөҫ ялғау һайлар өсөн рус теленә тәржемә итеп исемдең ниндәй
килештә тороуын асыҡлайбыҙ һәм тура килгән ялғау һайлап яҙабыҙ (рус телендә
аңлатырға)
- Таҡтаға Матвей сыға.
- Ағиҙел… бейек ярынан с высокого берега( чего?)Агидели (род. падеж).
Таблицаға ҡарайбыҙ: Һуңғы хәрефе л ялғау –дең.
- Таҡтаға Әлиә сыға.
Шағирҙар был һәйкәл… арнап шиғыр яҙа писатели посвящают стихи
(кому?) памятнику (дат. падеж ) слово оканчивается на букву л
окончание - гә.
- Таҡтаға Арина сыға
Салауат һәйкәле өфөләрҙе, ҡунаҡтар… үҙенә саҡырып тора памятник
Салавата Юлаева к себе зовет( кого?) уфимцев, гостей (вин. падеж) слово
оканчивается на букву р – окончание ҙы.
Шулай итеп исемдәрҙең килеш ялғауҙарын иҫкә төшөрөп алдыҡ, дөрөҫ
ялғауҙар һайланыҡ. Текст өҫтөндә эшебеҙҙе дауам итәйек.
Унан алды тәндәребеҙҙе яҙлыҡтырып алайыҡ. (физкультминутка слайд 7.)
Бер, ике – алға
Өс, дүрт – артҡа
Биш, алты – уңға
Ете, һигеҙ – һулға
Туғыҙ, ун – ултырҙыҡ
Һәм эштәргә тотондоҡ.
Текст өҫтөндә эш
1.уҡытыусы уҡыуы (2 һөйләм)
3. сылбырлы уҡыу
4. һүҙлек эше лайд 8 )
Ҡунаҡ гость, ҡунаҡсыл - гостеприимный, юлсы путник, тарих история,
кисереш - переживания , холоҡ – характер, азатлыҡ – свобода.
Яңы һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү.
4. Яңы материалды нығытыу.
Төркөмдәр менән эш.
Ә хәҙер тексты нисек аңлауығыҙҙы баһалап ҡарайыҡ.
-2 төркөмгә бүленәбеҙ,мин һеҙгә текст буйынса һорауҙар бирәм,ә һеҙ таратып
бирелгән һүҙбәйләнештәр ярҙамында яуаптарҙы ҡағыҙға йәбештереп бараһығыҙ.
Ниндәй команда дөрөҫ һәм тиҙ яуап бирә –шуға 5 билдәләре.
(слайд 10 һорауҙар менән)
1.С.Ю. һәйкәле ҡайҙа урынлашҡан?(Салауат Юлаев һәйкәле Өфөлә
урынлашҡан)
2. Салауат Юлаев һәйкәленең авторы кем?( Салауат Юлаев һәйкәленең
авторы осетин скульпторы Сосланбәк Дафаевич Тавасиев)
3. Салауат Юлаев һәйкәле ҡасан һәм ҡайһы ерҙә урынлаштырыла?(1967
йылдың 17 ноябрендә Ағиҙелдең иң бейек ярында)
4. Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге күпме?( Салауат Юлаев һәйкәленең
бейеклеге 9,8 метр)
5. Салауат Юлаев һәйкәленең нигеҙенең авторы кем?( Салауат Юлаев
һәйкәленең нигеҙенең авторы профессор Исмәғил Ғәли улы Ғәйнетдинов)
-афариндар! Хәҙер инде үҙегеҙҙең проект эштәренә ҡарап Салауат Юлаев
һәйкәле тураһында һөйләп ҡарайыҡ.( бер уҡыусының сығышы).
Рефлексия .
Тимәк, уҡыусылар беҙ бөгөн нимәләр тураһында белдек:
1. Салауат Юлаев –башҡорт халҡының милли геройы.
2. Ул бик ҡыйыу, батыр,баһадир булған.
3. Ул шағир-импровизатор,сәсән булған.
4. Салауат Юлаевҡа Өфө ҡалаһында һәйкәл ҡуйылған.
-Белемдәребеҙҙе баһалап бәләкәй генә тест эшләп алайыҡ.( слайд)
Тест һорауҙары.
1. Башҡортостандың милли геройы кем ул?
А) Алдар батыр б) Мортаза Рәхимов в) Салауат Юлаев
2. Салауат кемдең улы?
А) Юлайҙың б)Зәкиҙең в)Кәримдең
3.Салауат Юлаевтың фамилияһы нисек?
А) Аҙнағолов б)Арыҫланов в)Аҙналин
4. Салауат Юлаев нисә йәшендә айыу менән алыша?
А)13 б)14 в)18
5. Салауат Юлаев ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
А) 1754 йылдың 16 июнендә Салауат районында б) 1845 йылдың 11 июнендә
Стәрлебаш районында в) 1574 йылдың 12 июнендә Ҡырмыҫҡалы районында
Уҡыусыларҙың бер –береһен тикшереуе.
Баһалау . Өй эше.
Өй эше ниндәй булыр икән?.( слайд) Һайлап алырға.
1.Салауат Юлаевҡа арналған кроссворд төҙөү.
2. Салауат Юлаевтың берәй шиғырын ятларға.
3. . Салауат Юлаевтың һәйкәле тураһында һөйләргә өйрәнергә.
4. Салауат Юлаевтың һәйкәленә иллюстрация аһарға.
Дәресте “ Ай-һай Салауат “ йыры менән тамамлау.
Слайд (шиғыр юлдары, С.Ю. потреты)