Конспект занятия "Һыуҙың серҙәре"

“Һыуҙың серҙәре”
Маҡсат:
Өйрәтеүсе:
-балаларҙың эҙләнеү – тикшеренеү эшмәкәрлеге аша белемен байытыу;
-йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт тураһында балаларҙың белемен киңәйтеү
(һыуҙың үҙенсәлектәре тураһында алған белемдәрен дөйөмләштереү)
балаларҙа эҙләнеү тикшеренеү эшмәкәрлеге элементтарын
формалаштырыу;
-лэпбук технологияһы менән таныштырыуҙы дауам итеү;
Үҫтереүсе:
-балаларҙың аң зиһенен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
-эҙләнеү тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса мәғлүмәттәр йыйыу һәм
уларҙы аңлата белеү, һығымта яһау;
-диалогик телмәр үҫтереү, һыу үҙенсәлектәре тураһында балаларҙың
белемен нығытыу;
Тәрбиәүи:
- тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Һүҙлек эше: йәйғор, аквариум, транспорт, һыу спорты;
Йыһазландырыу: фонояҙма, лэпбук, һүрәттәр төшөрөлгән карточкалар,
ҡағыҙҙан ҡырҡылған аквариум, балыҡтар, салфетка, фломастерҙар, клеенка;
Методик алымдар: аудиояҙма тыңлау, һүрәттәр ҡарау, лэпбукты
мәғлүмәттәр менән тулыландырыу, тәжрибә эшләү;
Эшмәкәрлек төрө: аралашыу, эҙләнеү – тикшеренеү;
Алдан алып барылған эш: күҙәтеүҙәр, әңгәмәләр: Балыҡтарҙың
йәшәгән урыны”, “Һыу нимә өсөн кәрәк?”;
Нәфис әҙәбиәт уҡыу: “Ямғыр” М.Бикбова, “Ямғыр яу, яу” Г.Юнысова;
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге:
Балалар төркөмдә уйнап йөрөйҙәр, ниндәйҙер тауыш ишетелә ямғыр
тауышы. Балалар, бөтәгеҙ ҙә минең эргәмә килегеҙ әле, түңәрәккә торайыҡ,
тыңлағыҙ әле ниндәйҙер тауыш ишетелә?
-Ямғыр тауышы, тамсы тама.
-Ямғыр яуғас, тып – тып тамсылар тама, һанап бөтөрлөк түгел.
-Ни өсөн ямғыр яуа?.
-Болоттар күп йыйылһалар ямғыр яуа.
-Ямғыр яуһа ерҙә нимә барлыҡҡа килә? (күләүек).
- Ә тағыла ямғыр күп итеп яуһа күләүек гөрләүеккә әйләнеп ҡайҙа
ағып төшә? (йылғаға ағып төшә).
-Ә йылғалар ағып ҡойҙа ҡоялар? (күлдәргә, йылғаларға).
-Балалар, шулай булғас беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәбеҙ? (һыу
тураһында һөйләшәбеҙ, урындарға ултыралар).
-Балалар, әйтегеҙ әле кешегә һыу нимә өсөн кәрәк? (эсер өсөн, кер
йыуырға, һ.б.).
-Ә тағы ла һыу нимәләргә кәрәк? (хайуандарға, үҫемлектәргә).
-Бына һыу беҙгә бик кәрәк икәнлеген иҫкә төшөрҙөк. Беҙ һеҙҙең менән
һыу тураһында бик күп материал йыйҙыҡ һәм шуларҙы урынлаштырып
бөтөрөргә кәрәк. Иҫкә төшөрөп китәйек әле ниндәй конвертҡа нимәләрҙе
һалдыҡ? Был конвертҡа нимәләрҙе йыйҙыҡ? (балаларҙың яуаптары).
-Ә хәҙер ҡалған һүрәттәрҙе конверттарға һалып сығыр кәрәк. Ниндәй
конвертҡа һалаң?
-Һыу төшөрөлгән конвертҡа һалам, сөнки карточкала йылға
төшөрөлгән.
-Бына беҙ ҡалған карточкаларҙы һалып сыҡтыҡ, папканы ябып ҡуяйыҡ,
артабанда папканы тулыландырырбыҙ.
-Балыҡтар ҡайҙа йәшәйҙәр? (аквариумда, йылға ла, күлдә, һ.б.).
-Ә аквариумда ниндәй балыҡтар йәшәй? (бәләкәй балыҡтар йәшәй).
-Беҙ һеҙҙең менән балыҡтар ҡырҡып әҙерләгән инек, әйҙәгеҙ
балыҡтарҙы аквариумға ебәрәйек. алалар аквариумға балыҡтарҙы ҡуялар).
-Балыҡтар ҡайһы ваҡытта һыу аҫтында булалар? өн болотло
булғанда, ямғыр яуып торғанда).
-Ә ямғыр тымһа, балыҡтар нимә эшләйҙәр? (улар һыу өҫтөнә һикерәләр
ҙә һыуға кире сумалар). Шулай итеп улар уйнайҙар.
-Ә ямғыр тымып, ҡояш булғанда нимәне күрергә була? әйғорҙо
күрергә була).
-Балалар, әйҙәгеҙ беҙҙә йәйғор эшләйек.
-Өҫтәлдә кәрәкле әйберҙәр ята, фломастерҙы алып салфетканың бер яҡ
осона нөктәләр төртәбеҙ.
Салфетканы һыуға төшөрәбеҙ.
-Салфетка нимә эшләне? (һыуланды, һыуҙы үҙенә һеңдерҙе).
-Салфетка һыуланғас буяуҙар нимә эшләне? (буяуҙар өҫкә күтәрелде).
-Шулай итеп, салфетка үҙенә һыуҙы нимә эшләне? (һеңдерҙе).
-Балалар, беҙ бөгөн һыу тураһында белемдәребеҙҙе нығыттыҡ.
Папканы ла тулыландырҙыҡ. Әйтегеҙ әле, ер йөҙөндә һыу булмаһа нимә
булыр ине? (сәскәләр һулыр ине, ағастар ҡорор ине, балыҡтар үлер ине, һ.б.)
-Эйе, һыу булмаһа бөтә тере нәмә үлер ине. Шуның өсөн беҙгә һыуҙы
һаҡларға, уны бысратмаҫҡа кәрәк, ул беҙҙең байлыҡ. Афарин, балалар, ә
хәҙер эш урындарыбыҙҙы йыйыштырайыҡ.