Конспект урока "Алтын көҙ"
Алтын көҙ.
Маҡсат:
әҙер ағасҡа бармаҡ бите менән япраҡтар баҫып өйрәтеү:
төҫтәрҙе нығытыу:
тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү:
ҡулланма материалдарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү:
балаларҙа күтәренке кәйеф булдырыу:
Эш:
япраҡтар эшләү.
Ҡулланма:
ҡағыҙ, еүеш салфетка, гуашь.
Һүҙлек эше:
Япраҡтар, көҙ, һары, йәшел, ағас,
Йыһазландырыу:
көҙгө ағас һүрәте.
Музыка:
«Көҙ» йыры.
Дәрес барышы.
Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә апайҙар килгән, улар һеҙҙең нисек яуап
биргәнегеҙҙе ҡарап ултырасыҡтар, уларға ҡарап алайыҡ та иғтибар менән
генә миңә ҡарағыҙ.
Балалар, ишетәһегеҙме кемдер илай түгелме? (илаған тауыш ишетелә). Илап
ҡыҙ килеп инә.
- Һаумы, ҡыҙыҡай!
- Һаумыһығыҙ!
- Ниңә илайһың, әллә аҙаштыңмы, исемең нисек?
- Минең исемем Әлиә. Мин аҙашманым. Бына һүрәт эшләгән инем, апайым
минән көлдө. Ағастың япраҡтары бындай төҫлө булмай,- тине. Мин дөрөҫ
эшләгәнмен эйеме, балалар? (юҡ).
-Әлиә әҙерәк яңлышҡан эйеме, балалар. Әлиә, балалар эргәһенә ултырғысҡа
ултыр. Балалар, Әлиәгә ярҙам итәйекме? (эйе). Балалар, әйҙәгеҙ ошо һүрәтте
ҡарап китәйек!
Был һүрәттә ниндәй миҙгел төшөрөлгән? (көҙ). Һүрәттә тағы нимә күрәһегеҙ?
(ағастар). Ағастың япраҡтары ниндәй төҫтә? (һары, ҡыҙыл).
- Әлиә, хәҙер аңланыңмы инде, апайың нимә өсөн көлгәнен?
- Аңланым, аңланым.
- Балалар, әйҙәгеҙ бергәләп ял итеп алайыҡ. Әлиә һин дә беҙҙең менән бергә
(икешәр һары төҫлө ҡайын япраҡтары таратыла).
Күбәләктәй талпынып,
Япраҡтар ергә төшә,
Йәш ҡайындай, һөйөнөп
Көҙгө елдә тирбәлә.
Ял итеп тә алдыҡ. Ә хәҙер тыныс ҡына урындарыбыҙға ултырайыҡ. Әлиә,
һин дә ултыр. Ә хәҙер иғтибар менән миңә ҡарайбыҙ.
Беҙ бөгөн һеҙҙең менән япраҡтар эшләп өйрәнәбеҙ. Ул япраҡтарҙы беҙ һары
төҫтән эшләйбеҙ.
- Япраҡтарҙы ниндәй төҫ менән эшләйбеҙ? (һары)
- Япраҡтарҙы эшләгәндә бармаҡтың осон гуашҡа
төртөп алабыҙ ҙа бармаҡ бите менән ағастың ботоҡтарына баҫып һары
япраҡтар эшләйбеҙ. Бына ағастың япраҡтары ла булды. Ә хәҙер тыныс ҡына
өҫтәл арттарына барып ултырабыҙ ҙа үҙебеҙҙең ағастарыбыҙға япраҡтар
эшләйбеҙ. Ҡағыҙ битен тултырып эшләйбеҙ. Әлиә һин дә балалар менән
бергә эшләп өйрән.
Эш барышы.(тыныс ҡына көй уйнай).
Эште тамамлайбыҙ, афарин балалар. Бөтәгеҙ ҙә ағастарығыҙҙы ошо өҫтәлгә
алып килегеҙ. Ҡарағыҙ әле, ниндәй матур серле урман килеп сыҡты. Бөгөн
дәрестә нимә эшләнек? Ағастың япраҡтарын ниндәй төҫ менән эшләнек?
(һары). Япраҡтарҙы нисек итеп эшләнек? (бармаҡ бите менән баҫып). Әлиә,
көҙ көнө ағастың япраҡтары ниндәй төҫтә булғанын аңланыңмы инде?
Афарин, балалар. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп уйнап алайыҡ.
Ел иҫә, ел иҫә
Япраҡты алып китә.
Юҡ, юҡ, юҡ бирмәйбеҙ,
Беҙ үҙебеҙ уйнайбыҙ.