Конспект занятия "Шәжәрә байрамы" 4 класс

Кластан тыш үткәрелгән
“Шәжәрә байрамы” сценарийы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Шәрипова Г.Ш.
Өфө- 2019
Маҡсат:
1. Шәжәрә тураһында төшөнсә биреү һәм уҡыусыларҙың
белемдәрен дөйөмләштереү (камиллаштырыу);
2. Уҡыусыларҙың телмәрен, һүҙ байлығын үҫтереү;
3.Уҡыусыларҙа башҡорт халыҡ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу,
туғандарға һөйөү, үткәндәргә ихтирам тәрбиәләү,шәжәрәләрен
өйрәнеү теләген булдырыу,йәш быуынға зауыҡ, әхлаҡи тәрбиә
биреү.
Йыһазландырыу: уҡыусыларҙың шәжәрәләре, компьютер, таҡтала
ғаилә темаһына арналған мәҡәлдәр,аудиояҙма,фотоһүрәттәр.
Байрам барышы:
- Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы,уҡыусыларҙы сәләмләү.
- Байрамдың маҡсаты менән танышып китеү,уҡыусыларға
шәжәрә тураһында мәғлүмәт биреү.
- Уҡытыусының инеш һүҙе.
-Уҡыусылар,нимә ул шәжәрә? Кем белә? (Уҡыусыларҙың
яуаптарын тыңлау)
- Хәҙерге заманда үҙ нәҫелеңде белеү бик актуаль мәсьәлә. Шәжәрә
(ғәрәпсә - ағас) – ырыу-ҡәбилә тарихына бәйле ваҡиғалар, нәҫел-
нәсәптең таралыуы, ата-бабалар исемлеге теркәлгән ҡулъяҙма
ҡомартҡы. Элек башҡорттар ата-бабаларының исемдәрен 10-15
быуынға тиклем белергә тейеш булған.
В древние времена башкиры , как и многие другие народы жили
племенами. Одно племя обычно состояло из нескольких родов.
Каждое племя и каждый род имели свои названия. Наиболее
древними были, например, Усерган,Кипчак,Юрматы, племена
Бурзян, Мин, Катай Табын. У башкир издавна существовал писать
историю своего рода. Она называлась родословной.
Шәжәрә-ул ырыу тарихы. Борон башҡорттар ырыу- ҡәбиләләргә
бүленеп йәшәгән,һәр ырыуҙың үҙ исеме булған. Башҡорт халҡы
элек-электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдыра барған.
Шәжәрәлә бөтә ир-ат исемдәре күрһәтелгән.
Слово “шежере” означает “родословная. Как могучая и бурная
река берет силу с маленьких ручейков, так и наша республика
обогащается семьями, родами. В более широком смысле слова
шежере- не только генеалогическая летопись, не только
родословная, но и бесценный источник для изучения историии
башкирского народа, летопись важнейших событий и факторов.
Шәжәрә, ғәрәп телендә”ағас ” тигән һүҙ. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ
ырыу- бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа
барған. Ни өсөн ағас. Ағас борон башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, Ер
аҫтын берләштеререүсе билдә булған. Халыҡтың тормошон
сағылдырған. Тамыры- үткәнебеҙ, олоно- бөгөнгөбөҙ,тармаҡ –
ботаҡтары-киләсәгебеҙ.
- Башҡорт халҡында ағас күкте (һауа), ерҙе һәм ер аҫтын
символлаштырған. Ағас кеше ғүмеренең күрһәткесе лә булған
ағастың тамыры үткәне
ағастың һыны – хәҙергеһе
ағас ботаҡтары – киләсәге
- Йыш ҡына шәжәрәләрҙе ағас һәм схема формаһында күрергә була.
-Ә бына 4Б класс уҡыусыһы Моратов Арсений үҙ шәжәрәһен ағас
формаһында эшләп алып килгән,әйҙәгеҙ,уның шәжэрә ағасының
тарихын тыңлап китәйек.
- Һәр кеше үҙенең шәжәрәһен белергә тейеш, сөнки шәжәрәнән
халыҡтың, республиканың, илдең тарихын белеп була.
Бергә: Ете быуынын белмәгән етемлектең билдәһе.
-Уҡыусыларға шәжәр,шәжәрә ағасы менән ғаиләнен
бәйләнеше,ғаилә ағзалары, ғаилә тормошо тураһында һөйләү.
-Таҡтала яҙылған мәҡәлдәрҙе уҡыу,уларҙын мәғәнәләрен анлатып
китеү.
Балалы кеше –ин бай кеше.
Ата менән әсә- алтын ҡанат!
Атанан күргән уҡ юнған,
Әсәнән кургән тун бескән.
-Укыусыларҙын өйҙә ятлап килгән(атай,әсәй,олатай,өләсәй)
тураһында шиғырҙарын тынлап китеү.
-Афарин,уҡыусылар, шундай матур шиғырҙар ятлап килгәнһегеҙ,
киләсәктә лә атай-әсәйҙәрегеҙгә һәр ваҡыт ярҙамсыл булығыҙ,
йөҙҙәренә бер ваҡытта ла ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ, уларҙы
ташламағыҙ, һаҡлағыҙ.
- Хәҙер беҙ башҡа уҡыусыларыбыҙға ла һүҙ бирәйек. Улар беҙҙе үҙ
шәжәрәләре менән таныштырып китһендәр.
Үҙенең шәжәрәһе менән 4Б класс уҡыусыһы Рафиҡова Зарина
сығыш яһай, һ.б уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлау.
Байрамды тамамлау.Йомғаҡлау һүҙе.
- Ошоноң менән беҙ байрамдың аҙағына ла килеп еттек. Бөгөн
байрамда сығыш яһаусыларҙы алҡышлайыҡ.Афариндар!Үҙегеҙҙең
ғаиләләрегеҙҙең тарихын яҡшы итеп өйрәнеп, шәжәрә ағастары
төҙөп килгәнһегеҙ. Киләсәктә лә шулай итеп үҙ ғаиләгеҙҙең тарихын
өйрәнегеҙ, шәжәрәләр төҙөгөҙ, туғандарығыҙға, атай- әсәйҙәрегеҙгә,
олатай- өләсәйҙәрегеҙгә мәрхәмәтле,изгелекле булығыҙ!
Ә хәҙер,уҡыусылар,әйҙәгеҙ,байрамыбыҙҙы бергәләшеп “Татыу
ғаилә” йыры менән тамамлап ҡуяйыҡ.Татыу ғаилә” йырын
башҡарыу.
Киләһе осрашҡанға тиклем, ҡәҙерле дуҫтар! Һау булығыҙ!
Кешелектең үҙе шикелле үк,
Боронғонан килгән йолалар.
Шатлыҡтарын байрам итә кеше,
Йолаларҙа олы йәм дә бар.
Йолаларҙа бәхет тантанаһы,
Йән сафлығы, күңел яҡтыһы.
Ғүмер буйына оҙата барһын беҙҙе
Был байрамдың күңел паҡлығы.