Конспект урока "Кейем-һалым. Күплек ялғауҙары"

Тема: Кейем-һалым. Күплек ялғауҙары.
Маҡсат:
1) тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү;
2) уҡыусыларҙың хәтерен үҫтереү;
3) кейем-һалымды бөхтә, таҙа тоторға өйрәтеү.
Йыһазландырыу: дәреслек, таратма материалдар, һүрәттәр, күплек
ялғауҙары таблицаһы.
Актив һәм пассив һүҙҙәр: бүрек, салбар, күлдәк, тун, шәл, яулыҡ,
бейәләй.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәлдәрегеҙ нисек?
1. Артикуляцион, фонетик күнегеү.
- Ә хәҙер дәрестә матур итеп һөйләшеү өсөн телдәребеҙҙе шымартып
алайыҡ.
Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡарбуз ҡуйҙым,
Ҡоштар килде һәр яҡтан.
Ҡара ҡарға ҡабаланып
Ҡайтып китте ҡунаҡтан.
2. Өйгә эште тикшереү. Күнегеү 4, 35-се бит.
3. Матур яҙыу минуты.
Ҡҡ Ҡҡ Ҡҡ
Ҡат-ҡат тунлы,
Ҡарыш буйлы.
(кәбеҫтә)
4. Тема өҫтөндә эш.
А) һорауҙарға яуаптар:
- Уҡыусылар, үткән дәрестәрҙә беҙ нимәләр тураһында һөйләшкән
инек?(йыл миҙгелдәре) Ә бөгөн тәҙрә артында ниндәй йыл миҙгеле?(ҡыш)
Ҡыш көнө беҙ нимә эшләргә яратабыҙ? йнарға)Тышҡа уйнарға сыҡҡанда
нимәләр кейәбеҙ?(кейемдәр). Дөрөҫ, тимәк бөгөн беҙ кейем-һалым тураһында
һөйләшә башларбыҙ. Әлбиттә, беҙ һеҙҙең менән был тема менән 1-се, 2-се
класта таныша башлағайныҡ. Ә бөгөн иһә тағы ла һүҙлек байлығыбыҙҙы
арттырып, ошо һәм яңа һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә лә өйрәнербеҙ.
Б) Һүҙлек эше:
Кейем-һалым - одежда
бүрек - меховая шапка
шәл - шаль
бейәләй - варежка
быйма - валенок
ойоҡбаш - шерстяные носки
тун – шуба
күлдәк-платье
салбар-брюки
В) Слайдтар буйынса һөйләмдәр төҙөү.
- Һин ҡыш көнө нимә кейәһең?
- Һин йәй көнө нимә кейәһең?
6. Ял минуты.
Уң ҡулымда биш бармаҡ,
Һул ҡулымда ла биш бармаҡ.
Ике ҡулды, ун бармаҡ.
1,2,3,4,5,6,7,8,9,10.
Г)
7. Нығытыу.
А) Китап буйынса эш.
58-се бит, 5-се күнегеү .
Б) Проект эше Ҡурсаҡты кейендер”
8. Йомғаҡлау, баһалау.
9. Өйгә эш. 51-се бит, 4-се күнегеү (дәфтәргә)
49-сы бит, 1-се күнегеү (уҡырға)