Конспект урока "Зәйнәб Биишева - шиғыр оҫтаһы" 2 класс

2- се дәрес
Маҡсат:
1) Уҡыусыларға З.Биишева шиғриәтенең идея-эстетик
тәьҫир көсөн асыу һәм әҫәрҙәрен уҡып, уларҙың мәғәнә
биҙәктәрен күрһәтеү;
2) уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
3) уҡыусыларҙа эстетик зауыҡ,тыуған илгә һөйөү
тойғолары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
К.Әхмәтйәнов “Әҙәбиәт теорияһы”;
“Йырҙарым” шиғырының аудиояҙмаһы;
компьютер, проектор;
З.Биишеваның портреты;
Р.Шәкүрҙең ”Арҙаҡлы башҡорттар”китабы.
Дәрес барышы
I.Класты ойоштороу
II. Өйгә эште тикшереү
- Уҡыусылар, һеҙгә өйҙә З. Биишева тураһында уҡып килергә,
кроссворд төҙөргә ҡушылғайны.
Уҡыусыларҙың кроссвордтарын ҡарап сығыу.
- Ә хәҙер З.Биишеваның тормошо һәм ижады буйынса тест
тәҡдим итәм.
Тест һорауҙарына яуап яҙҙырыу.
1.З.Биишева Башҡортостандың ҡайһы районында тыуған?
а) Күгәрсен
б) Көйөргәҙе
в) Ейәнсура
Зәйнәб Биишева –шиғыр оҫтаһы.
2.З.Биишева ниндәй ҡаланың педагогик техникумында уҡый?
а) Өфө
б) Стәрлетамаҡ
в) Ырымбур
3. З.Биишева нимә хаҡында “Моң шишмәһе һандуғастай
йырсы ла һин”тип әйтә?
а) туған тел
б) тыуған ер
в) тыуған ил
4. Тәүге китабы “Партизан малай” нисәнсе йылда сыға?
а) 1950
б) 1942
в) 1930
5. Нисәнсе йылда С.Юлаев исемендәге премия бирелә?
а) 1945
б) 1954
в) 1968
6. Нисәнсе йылда “Дуҫ булайыҡ “повесы донъя күрә ?
а) 1954
б) 1956
в) 1960
Яуаптарҙы тикшереү, сағыштырыу.
Экранда яҙыу:
- Афарин! Бик һәйбәт! Уҡыусылар, һеҙ З.Биишеваның биографияһын
һәм ижадын яҡшы үҙләштергәнһегеҙ. (баһалау)
III.Уҡытыусының инеш һүҙе
-Уҡыусылар, күңелдә яралған уй хистәрҙе шиғыр юлдарына һалыу
ҡатмарлы ла, ғазаплы ла, шул уҡ мәлдә ләззәтле лә. Хәҙер үҙенең
ихлас шиғриәте менән беҙҙең йөрәктәрҙе яулап, иң яратҡан
шағирәбеҙгә әйләнгән Зәйнәб Биишеваның күңел донъяһына күҙ
һалайыҡ.
IV. Төп өлөш
Экранда яҙыу:
а) хата юҡ- “5”
б) 1-2 хата-“4”
в) 5 хата- ҡабатларға
Дан һиңә, дан, тыуған
ерем,
Эй гүзәл илем.
Һиңә булһын саф йөрәкле
Йырҙарым минең.
Дәрестең эпиграфын уҡытыу.
-Уҡыусылар,бөгөнгө дәресебеҙ З. Биишеваның саф йөрәкле
йырҙары на” арнала. “Саф йөрәкле йырҙар” тигәнде нисек
аңлайһығыҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары)
-Бөгөн “Йырлайым”, “Йырҙарым” исемле шиғырҙары менән
танышырбыҙ.
Үҙ эшебеҙҙе ошо анализ схемаһы буйынса алып барырбыҙ.
Экранда яҙыу:
“Йырлайым” шиғырының фонояҙмаһын тыңлатыу, балаларҙан уҡытыу.
Һүҙлек эше үткәреү.
Ҡырау- заморозки
Азат - свободный
Тоғро - верный
- Әҫәр нисәнсе йылда яҙылған? Темаһын билдәләгеҙ.
- Әҫәр 1958 йылда яҙыла. Был ваҡыт Коммунистар партияһы етәкселек
иткән Совет осоро була. Шиғырҙа йырҙарға тиң бөйөк илендә
йырлап йәшәүсе шағирә тураһында әйтелә.
- Был әҫәрҙең геройы кем? Уны нисек атарға була?
Анализ схемаһы
1. Әҫәрҙең яҙылыу дәүере
2. Автор биографияһы һәм лирик
герой
3. Жанр
4. Темаһы, идеяһы
5. Әҫәрҙең эмоционаллеге
6. Тел - стиль үҙенсәлектәре
- Автор. Ул “мин исеменән һөйләй. Шиғырҙағы ошо “мин” исеменән
һөйләгән герой шиғырҙың лирик геройы ул.
Экранда яҙыу:
-Лирик геройға ниндәй сифаттар хас? Ошо сифаттар аша әҫәрҙә
ниндәй идея үткәрелә?
-Лирик герой саф күңелле, яҡты уйлы, тоғро, тыуған илен өҙөлөп
һөйгән патриот. Ул бөйөк илен, халҡын гүзәл йырҙарға тиңләй. Ошо
азат илдә лирик герой йырлап үҫкән, бөгөн дә йырлап йәшәй.
-Был сифаттар бөтә кеше өсөн уртаҡмы?
- Шағир-лирик герой үҙе кеүек миллионлаған кешеләр өсөн уртаҡ
хистәрҙе, уртаҡ тойғоларҙы йырлай.
Экранда яҙыу:
-Шиғырҙың эмоциональ көсөн арттырыу өсөн автор нидәй
художестволы образ, тасуирлау саралары ҡуллана? Уларҙың әҫәрҙең
идеяһын асыуҙағы ролен билдәләгеҙ.
-Автор Тыуған ерем-бөйөк Совет иле, ер йөрәге типккән ер тип юғары
тон менән белдерә. Ошо фекер көслөрәк яңғыраһын өсөн эпитет,
метафора, метонимиялар ҡуллана:
“ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә”,” гүзәл йыр”, “ер йөрәге”, “юлым
тоғро”, “илем юлы”, “бөйөк илем”.
Риторик өндәшеү, өндәү һөйләмдәр лирик геройҙың хис-тойғоһон,
актив мөнәсәбәтен, ғорурлыҡ тойғоларын күрһәтергә ярҙам итә.
Лирик поэзияла шағирҙың үҙе йәки кеше
исеменән һүҙ алып барған шәхесте лирик
герой тип атайҙар.
Әҫәр йыр стиленә ҡоролған, талғын ритмлы. Шиғыр 4 юллы
строфанан тора, икенсе һәм дүртенсе юлдар рифмалана. Ошо
әйтелгәндәрҙең барыһы ла шиғырҙың идеяһын асыҡларға ярҙам итә.
Һығымта
-Уҡыусылар, шулай итеп, автор ни өсөн шиғырҙы “Йырлайым” тип
атаған?
-Сөнки ул бөйөк илдә, тыуған ерендә тыуған халҡын данлап
йәшәгән һәм беҙгә лә шуны аманат итеп ҡалдырған.Тик тыуған ер
кешегә дәрт, көс, илһам бирә. Был төшөнсәләр бер –береһенән
айырылғыһыҙ.
З. Биишеваның күп шиғырҙары үҙҙәренең ритмикаһы, интонацияһы,
һүрәтләү саралары йәһәттенән халыҡтың мәшһүр йырҙарына яҡын.
Шуның өсөн дә уның шиғырҙарына композиторҙар көйҙәр һалғандар.
“Йырлайым”шиғырына - З. Исмәғилев, “Йырҙарым” шиғырына Х.
Әхмәтов көй яҙған. Улар халыҡтың яратҡан йырҙарына әүерелгән. Ә
хәҙер ошо һуңғы йырҙы тыңлап үтәйек.
“Йырҙарым” йырын фонояҙмала тыңлау.
-Уҡыусылар, хәҙер дәреслектән шиғырҙы үҙ аллы уҡып сығығыҙ һәм
артабан эште төркөмдәрҙә дауам итербеҙ.
(Төркөмдәргә эштәр бүлеп биреү.)
Экранда яҙыу:
Төркөмдәрҙең сығышы
1-се төркөмдөң яҡынса яуабы
Был шиғыр 1960 йылда яҙылған. Төп идеяһы: тормошта
халыҡҡа хеҙмәт итеү, ғүмерҙе бушҡа үткәрмәү. Нисек итеп йәшәһәң
дә, ғүмер үтә лә китә. Ә тыуған халҡың менән бергә янып, уның
1-се төркөм «Эштә ҡайнап, урғып тыуҙы
йырҙарым»
(шиғырҙың идея- тематик йөкмәткеһенә анализ)
2-се төркөм «Йөрәк ҡаным –йырҙарым»
(шиғырҙың тел - стиль үҙенсәлектәре)»
3-се төркөм «Мәңгелек йырҙар»
(кластер төҙөү)
хәстәрҙәре менән йәшәү - ысын кешеләр яҙмышы. З.Биишева үҙенең
йөрәгенән сыҡҡан ижад емештәре - шиғырҙарының кеше күңелендә
ҡалыуын, урын алыуын теләй. Был шиғыр яҙылыуға 60 йыл үтһә лә,
ул бөгөнгө көнгә ауаздаш. Хәҙерге көндә лә тыуған халҡың өсөн
хеҙмәт итеү- йәшәйештең төп ҡанундарының береһе.
2-се төркөмдөң яуабы
Был шиғырҙа ҡабатлауҙар, сағыштырыу,эпитеттар бар.
Ҡабатлауҙар: йырҙарым, йылдарым, бәлки, шуға, йөрәк ҡаным.
Сағыштырыуҙар: диңгеҙ йыуған ҡая һымаҡ….
Эпитеттар: көнө алтын, өнө ялҡын, тыуып-үҫкән йырҙарым, урғып
тыуҙы йырҙарым.
Әҫәр йыр стиленә ҡоролған,талғын ритмлы. Шиғыр 4 юллы
строфанан тора, икенсе һәм дүртенсе юлдар рифмалана. Ошо
әйтелгәндәрҙең барыһы ла идеяны асыҡларға ярҙам итә.
3-сө төркөмдөң яуабы
Уҡыусылар шиғыр йөкмәткеһе буйынса йырҙар тураһында кластер
төҙөйҙәр.
Экранда яҙыу:
V.Йомғаҡлау
-Уҡыусылар, эпиграфҡа әйләнеп ҡайтайыҡ.Үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ.
Экранда яҙыу:
алтын
аҫыл
ҡайнар
ялҡын
йәнгә яҡын
күңел
йырҙары
ЙЫРҘАР
Дан һиңә,дан,тыуған ерем,
Эй гүзәл илем.
Һиңә булһын саф йөрәкле
Йырҙарым минең.
З.Биишева
Һығымта
З.Биишева саф йөрәкле йырҙары менән тыуған еренә дан йырлай,
һоҡлана, ғорурлана. К.Әхмәтйәновтың: «Уның поэзияһын
Ватансылыҡ ауаздары, ғорурлыҡ сәхифәләре тип атарға мөмкин
булыр ине»,-тигән һүҙҙәре тулыһынса ошоно иҫбатлай.
VI.Өйгә эш 1. “Йәшәү- хеҙмәт”темаһына эссе яҙырға.
2. Тылсымлы ҡурай драмаһын уҡып килергә.