Конспект урока "Ч,Щ,Ц,Ё хәрефле һүҙҙәр" 3 класс

Урок башкирского языка 3 «б» класс.
Тема: Ч,Щ,Ц,Ё хәрефле һүҙҙәр
Маҡсат:
1. Ч,Щ,Ц,Ё хәрефтәренә һүҙҙәр тупларға;
2. Уларҙы дөрөҫ яҙырға;
3. Һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулларынарға өйрәтеү;
4. Каллиграфия өҫтөндә эш;
5. Телмәр үҫтереү;
6. Циркта йәки икенсе ерҙәрҙә әҙәпле булырға өйрәтеү
йыһаҙландырыу;
7. Һүҙҙәр, силәктәр,цирк афишаһы һәм программаһы, карточкалар,
һандыҡ, китап.
1. Психологик инеш.
Һаумыһығыҙ, балалар
Балалар, беҙҙең бөгөнгө дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ уларға
ҡарап һаулыҡ һорашайыҡ, уларға ҡарап йылмаяйыҡ, миңә ҡарап
йылмаябыҙ, инде матур итеп ултырығыҙ.Хәҙер беҙҙең башҡорт теле
дәресе.
Кәйефегеҙ нисек? Яҡшымы? Әйҙәгеҙ бөтә белгәндәребеҙҙе ҡунаҡтарға
күрһәтеп китәйек.
Ҡыңғырау шылтыраны
Беҙ ултырҙыҡ дәрескә
Китап, дәҫтәрҙәр әҙер
Тотонайыҡ беҙ эшкә.
2. Өйгә эш тикшереү.
Үтелгәнде иҫкә төшөрөү.
Дүрт кеше карточка буйынса эшләр.
1 карточка:Ҡалын һуҙынҡылар аҫтына һыҙ.
Ағас ботаҡтарын һындырмағыҙ.
Балалар ҡар бабай эшләнеләр.
2 карточка: Нәҙек һуҙынҡылар аҫтына һыҙ.
Йәшел ағастар тәбиғәтте матурлай.
Йәй көнө эҫе була.
3 карточка:Ҡалын һуҙынҡылар аҫтына һыҙ.
Колхозсылар мал-тыуарҙарға ашарға әҙерләй.
Батыр яуҙа тыуа.
4 карточка: Нәҙек һуҙынҡылар аҫтына һыҙ.
Гөлйемештән төрлө дарыуҙар яһайҙар.
Көслө ел сыҡты.
Ә ҡалғандарыбыҙ өй эшен тикшерәбеҙ. Ниндәй эш бирелгәйне өйгә?
(рус һүҙҙәренә ҡушылған ялғауҙарҙың аҫтына һыҙырға).
Ялғауы ниндәй? Ниңә ундай ялғау ҡушылған?
3. Матур яҙыу минутлығы.
Ч,щ,ц,ё.
Щи, цирк, чабан.
Ошо һүҙҙәрҙә беренсе хәрефтең аҫтына һыҙығыҙ.
Был өндәр тураһында нимә беләһегеҙ? (ч,щ өндәре гел нәҙек
тартынҡы,ц гел ҡалын тартынҡы, ё һүҙ башында, һуҙынҡы,
аҙағында торһа ике өндө белдерә).
4. Яңы тема өҫтөндә эш.
Бәй, минең өҫтәлемдә нимә ултыра ул? Балалар, һеҙ белмәйһегеҙме?
Әллә нимә тип яҙылған уның ҡапҡасына. Айнур, уҡып ебәр әле.
Тылсымлы һандыҡ.
Ҡарағыҙ әле уны, ниндәй матур! Ә унда нимәләр һалынған? Асып
ҡарайыҡ әле. Шиғыр яҙылып һалынған унда:
Хәрефтәр хеҙмәт ярата,-
Һәр көн таңдан уяна,
Төрлө-төрлө һүҙҙәр булып,
Сәфәрҙәргә юллана...
Әйҙәгеҙ, шул шиғырҙы төрлө интонация менән уҡып китәйек (?!.).
Һандыҡта тағын әллә нимә ята. Нимә ул? Хәрефтәр икән.
( Уҡытыусы һандыҡтан ч,щ,ц хәрефтәрен сығара).
Шул хәрефтәр булған һүҙҙәр уйлап сығарығыҙ (врач, летчик,щи, цирк,
чемпион, борщ, Чапаев, Чехов).
Был һүҙҙәр башҡорт телендә бармы?
Юҡ, балалар. Ч,щ,ц,ё хәрефтәре менән саф башҡорт һүҙҙәре юҡ.
5. Китап менән эш.
Ҡәғиҙэне уҡыу (стр.48№ 81).
6. Нығытыу.
Телдән күнегеү эшләү (стр.49 №84).
Һүҙҙәр яҙыу (таҡтала эш): щи,борщ, щётка, лётчик, плащ, цирк,
таблица.
Был һүҙҙәр ниндәй телдән килгән? Щ,ч өнө тураһында нимә әйтә
алағыҙ? Ниндәй ҡәғиҙә беләбеҙ? Шул һүҙҙәр менән телдән һәйләмдәр
төҙөгеҙ.
7. Ял итеү минутлығы.
Арынығыҙмы? Уйнап алайыҡ әле. Уйын «Тылсымлы ҡоҙоҡ».
Һееҙҙең алда серле ҡоҙоҡ тора, ике яғында ике силәге. Әгәр силәкте
дөрөҫ төшөрһәгеҙ, ҡоҙоҡ һыу бирер, һыуһынығыҙ ҡанғансы эсерһегеҙ.
Әгәр яңылышһағыҙ, ҡоҙоҡ хатта асылмаҫ та! Ниндәй силәкте
алырһығыҙ?
ВРА
ЛЁТ
ИК
РУ
КА
ПО
ТА
БОР
ПЛА
8. Һайланма диктант.
Һөйләмдән ч,щ,ц,ё өндәре булған һүҙҙәрҙе генә яҙыу.
1. Улым, ботинкаңды щёткалап ҡуй
2. Чили тигән ил бар икән.
3. Әсәйем щи бешерҙе.
4. Миңә матур плащ һатып алдылар.
5. Беҙ циркка барҙыҡ.
9. Әнгәмә ҡорау.
Балалар, ҡарағыҙ эле, минең өҫтэлемдә тағын эллэ ниндәй ҡағыҙ ята.
Нимә икән ул?
Был бит цирк афишаһы, программаһы ла бар. Ә һеҙ, балалар, циркта
булғанығыҙ бармы? Нимәләр күрҙегеҙ унда? Цирк тураһында шиғырҙар
тыңлап үтәйек. (Балалар шиғыр һөйләйҙәр).
Циркка барҙыҡ күмәкләп,
Циркта ниндәй ҡыҙыҡ!
Цилиндр кейгән бер маймыл
Цифрҙы йөрөй ҡыуып.
Циркта ҙур циркуль тотоп
Бер клоун уйнаны,
Щ
Ч
Икенсеһе сәғәттәге
Цифрҙы һананы.
Цифербалт цифрҙары
Ябырылды циркульғә.
Циркуль үҙе һикерҙе лә,
Әйләнде бер цифрға.
Клоундың икеһе лә
Ҡатып ҡалды аптырап
Ҡайһы - цифр, ҡайһы – циркуль,
Ҡайһыһы циферблат.
10. Текст өҫтөндә эш (стр.49 №85).
11. Һүҙлек эш.
Уҡыусы текстты уҡый «Циркта».
Шул һорауға яуап бирергә уйлап ултырығыҙ: Балалар ҡайҙа барғандар?
12. Үҙ аллы уҡыу.
13. Текстты сылбырлап уҡыу.
14. Һайлап уҡыу.
Балалар ҡайҙа барҙылар? Ниндәй трюктар күрһәттеләр? Чапа ни
эшләне?
15. Үҙ аллы эшләү (стр.49№ 85).
Шул күнегеүҙән ч,щ,ц,ё хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе күсереп яҙығыҙ.
16. Рефлексив анализ.Тикшереү. Баһалау.
Дәрестә нимә белдегеҙ? Әгәрһә дәрес оҡшаһа, үҙегеҙҙең кәйефегеҙҙе
белдерер өсөн йөҙҙәр эшләп күрһәтегеҙ. (, ).
Һау булығыҙ.
Ҡулланмалар:
1. Әсә теле (Ф.Ш.Сынбулатова, Т.Ә Вәлиев а. Өфө,”Китап”, 2008).
2. Уйнат,уйлат баланы (Т.Х.Аслаев, Н.Ә. Исламгулова. Өфө,”Китап”,
1993).
3. Шиғыр уҡыйыҡ (Т.Х.Аслаев, Өфө,”Китап”, 1999).
4. 3,4 синыфтар буйынса вариатив дәреслектәргә методик ҡулланма
(И.Ә.Шарипов, Э.Т. Мәүлийәрова, Өфө, 2003)