Конспект урока "Ҡайын ағасы"

Күҙәтеү: “Ҡайын ағасы”
Маҡсат: ҡайын ағасын күҙәтеү; ҡайын ағасына һаҡсыл ҡараш
тәрбиәләү. Матурлыҡты күрә белеү.
- Ҡарағыҙ әле балалар был нимә ул? (Балаларҙың яуаптары).
- Эйе ағас. Балалар ағастарҙыңда исемдәре була, был ағастың
исеме ҡайын. Балалар, тыңлағыҙ әле, мин һеҙгә шиғыр
һөйләйем.
Гүзәл ҡыҙҙай матур була,
Бөҙрә сәсле, аҡ тәнле.
Уның янында һәр ваҡыт
Күңелле һәм дә йәмле.
- Был ҡайын ағасының ботаҡтары. Улар эйелешеп беҙҙең менән
һаулыҡ һорашалар, әйҙәгеҙ әле беҙҙә һаулыҡ һорашайыҡ.
- Ҡайын ағасы аҡ төҫтә һәм ҡара таптары бар. Ағас бейек уның
осон күрер өсөн баштарҙы өҫкә күтәреп ҡарар кәрәк. Әйҙәгеҙ,
балалар, ҡарайыҡ әле (өҫкә ҡарау). Ҡайын ағасы бейек, ә беҙ
уның эргәһендә тәпәшбеҙ.
- Ҡалай бейек, матур ағас. Был ағастың исеме нисек әле, әйҙәгеҙ
иҫкә төшөрәйек. ( Балаларҙың яуаптары).
- Афарин, балалар.
Уйындар:
“Көн һәм төн
Маҡсат: балаларҙы сигнал буйынса хәрәкәтте башларға һәм
туҡтарға, атлағанда, йүгергәндә бер-береһенә бәрелмәй йөрөргә
өйрәтеү. Балаларҙа иғтибарлыҡ , йылдамлыҡ тәрбиәләү.
Уйын барышы:балалар түңәрәктә торалар.Тәрбиәсе уйын
алдынан ҡыҫҡаса ғына әңгәмә үткәрә:
- Балалар һеҙ көндөҙ нимә эшләйһегеҙ (уйнайбыҙ, бейейбеҙ,
йүгерәбеҙ ) ?
- Ә төнөн нимә эшләйһегеҙ (йоҡлайбыҙ) ?
- Эйе, дөрөҫ. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән Көн һәм төн” тигән уйын
уйнайбыҙ. Мин “көн” тип әйтһәм, һеҙ уйнағыҙ, йүгерегеҙ,
һикерегеҙ, атлап йөрөһәгеҙ ҙә була. Мин “төн” тип әйтһәм
сүкәйеп ултырырға тейешһегеҙ.
Уйын бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
“Ағастар”
Маҡсат: балаларҙы түңәрәк яһап торорға, уйын һүҙҙәрен тыңларға
һәм һүҙҙәргә ярашлы хәрәкәттәр башҡарырға өйрәтеүҙе дауам
итеү. Етеҙлек, сослоҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.
Уйын барышы: балалар түңәрәк яһап торалар. Тәрбиәсе “Ел
сыҡты”- тип әйтһә, балалар ҡулдарын өҫкә күтәреп бәүелеү
хәрәкәттәре эшләйҙәр. “Ел туҡтаны”- тиһә сүкәйеп ултыралар.
Уйын шул рәүешле бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
Дидактик уйын “ Был ниндәй уйынсыҡ”.
Маҡсат: балаларға уйынсыҡтың атамаларын дөрөҫ әйтергә
өйрәтеүҙе дауам итеү, хәтерҙәрен нығытыу, һүҙлектәрен байытыу.
(Мәҙинә, Ильсур, Динислам )
Уйын барышы: тәрбиәсе балаларға уйынсыҡтар күрһәтә, балалар
уйынсыҡтарҙың исемдәрен дөрөҫ әйтергә тейеш.
Хеҙмәт
Маҡсат: Тәрбиәсе менән берлектә, бәләкәй көрәктәр менән
эскәмйәне, лабиринттарҙы ҡарҙан таҙартыу. Балаларҙы хеҙмәткә
йәлеп итеү.
- Балалар беҙҙең эскәмйәгә һәм лабиринттарға ҡар яуған, әйҙәгеҙ
әле, шуларҙы көрәктәр менән таҙартайыҡ (ҡарҙан таҙартыу).
Индивидуаль эш:
Маҡсат: Лабиринт буйлап дөрөҫ атларға өйрәтеү.
Иғтибарҙарын, ориентирҙарын үҫтереү.
Мәҙинә, Данил, Данис менән лабиринт буйлап атлау, кәүҙәне дөрөҫ
тотоу.
Үҙ- аллы эшмәкәрлек
Маҡсат: Татыу, дуҫ уйнарға өйрәтеү. Тауҙан шыуған ваҡытта
хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү.
Биҙрәләр, көрәктәр менән үҙ-аллы уйындар. Боҙ шыуғыстар
менән тауҙан шыуыу.