Конспект урока "Ҡуянға нисә йәш?"
Тема: “Ҡуянға нисә йәш?”
Маҡсат:
Өйрәтеүсе:
-арауыҡта предметтарҙың урынын билдәләү;
- бейек, тәпәш төшөнсәләрен нығытыу күнекмәләрен камиллаштырыуға
булышлыҡ итеү;;
Үҫтереүсе:
-предметтарҙы оҙонлоғо һәм ҡыҫҡалығы буйынса сағыштырыу;
-геометрик фигураларҙы, 1 – 5 тиклемге цифраларҙы нығытыу;
-өйрәнелгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә әүҙем ҡулланырға ылыҡтырыу;
-балаларҙың логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
-һығымта яһау;
Тәрбиәүи:
-зирәклек, иғтибарлыҡ тәрбиәләү;
Һүҙлек эше: уңда, һулда, бейек, тәпәш;
Йыһазландырыу: аудиояҙма, слайдтар, ҡағыҙҙан ҡырҡылған:
күргәҙмә материалдар: бейек – тәпәш шыршылыр, ҡуяндар, геометрик
фигуралар (түңәрәк, овал, квадрат, дүртмөйөш, өсмөйөш), геометрик
фигуралы кишерҙәр, сөгөлдөрҙәр, таҡтала эшләүгә: һүрәт, цифралар 1 – 5,
таратма материалдар: сюжетлы һүрәт, цифралар 1 – 5), өс төрлө
оҙонлоҡта һәм төҫтә таҫмалар;
Методик алымдар: дидактик уйын, слайдтар, һүрәт буйынса эш;
Эшмәкәрлек төрө: уйын, музыкаль, аралашыу (коммуникатив), хәрәкәт;
Алдан алып барылған эш:
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге:
-Балалар беҙ экранда нимәне күрәбеҙ? (Ҡуянды күрәбеҙ).
-Ҡуян ни өсөн бойоҡ икән? (балаларҙың яуаптары).
-Ҡуян бик бойоҡ, уның бөгөн тыуған көнө. Ул бик бойоҡ,сөнки уға балалар
баҡсаһында бирелгән һорауҙарға ҡуян яуап бирә алмаған, шуның өсөн уға
бүләк бирмәгәндәр. Ә беҙ ҡуянға ярҙам итәбеҙме?
-Эйе, ярҙам итәбеҙ.
-Ҡуяндың тыуған көнгә нимәләр бүләк итергә була? (балаларҙың яуаптары).
-Ә беҙ ҡуяндың тыуған көнөнә шарҙар бүләк итәйек. Шар бүләк итер өсөн
ҡуянға бирелгән эштәрҙе беҙгә үтәп сығыр кәрәк, һәр үтәлгән эшкә бер шар
биреләсәк. Эштәрҙе үтәп сыҡҡас ҡуяндың ҡулындағы шарҙарға ҡарап ҡуянға
бөгөн нисә йәш икәнен белербеҙ. Һеҙ ризамы?
-Ҡуяндың тыуған көнөнә бүләк эшләйәсәкбеҙме? (эйе).
(урындарға ултырыштыҡ).
1 эш.
-Ҡуян ҡайҙа йәшәй? (Ҡуян урманда йәшәй).
-Ҡуян йәшәгән урманда ниндәй ағастар үҫә икән? (Шыршылар үҫә).
-Шыршылар төрлөһө төрлө ерҙә үҫә, урындарын билдәләр кәрәк.
Шыршылар бөтәһе лә бер тигеҙме? (Юҡ).
-Ә ни өсөн улай уйлайһығыҙ? (Сөнки уртала бейек шыршы, ә ҡалғандары
тәпәш шыршылар).
-Ә бейек шыршы ҡайҙа урынлашҡан? (Уртала урынлашҡан.)
- Ә уртала ниндәй шыршы урынлашҡан? (уртала бейек шыршы
урынлашҡан).
-Ә бейек шыршыны уратып ниндәй шыршылар урынлашҡан? (Тәпәш
шыршылар урынлашҡан).
-Тәпәш шыршыларҙың урындарын билдәләйек. Ҡуяндың тыуған көнө булғас,
шыршыларҙа төрлө төҫтәге таҫмалар таҡҡандар.
-Ҡыҙыл таҫма тағылған шыршы ҡайҙа урынлашҡан? (Ҡыҙыл таҫма тағылған
шыршы һул яҡта урынлашҡан).
-Ә уң яҡта ниндәй таҫма тағылған шыршы урынлашҡан? (Уң яҡтаһары таҫма
тағылған шыршы урынлашҡан).
-Ҡуян үҙенең дуҫтары менән йәшенмәк уйнарға ярата икән. Ҡуяндарҙы
шыршы эргәһенә ҡуйып сығыр кәрәк. (бала ҡуя).
-Балалар, бөтә шыршыға ла ҡуяндар еттеме? (юҡ).
-Ә нисә шыршыға ҡуян етмәне? (Бер шыршыға ҡуян етмәй).
-Шыршылар бөтәһе нисәү икән, әйҙәгеҙ һанап ҡарайыҡ? (Шыршылар бөтәһе
5).
-Ә ни өсөн ҡуяндар етмәй икән, әйҙәгеҙҡуяндарҙы һанап ҡарайыҡ әле?
(Ҡуяндар бөтәһе 4).
-Шыршылар менән ҡуяндар тигеҙ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? (Тағы ла
бер ҡуян ҡуйыр кәрәк).
-Ҡарағыҙ әле бөтә шыршыларға ла ҡуяндар еттеме? (Эйе, етте).
-Ҡуяндар менән шыршылар нисек булды? (тигеҙ булды).
-Шыршы менән ҡуяндар нисәшәр булды? Һанап ҡарайыҡ. (Ҡуяндар ҙа,
шыршылар ҙа бишешәр булды).
-Афарин , балалар был эште үтәнек, ҡуянды ҡарайыҡ әле ҡуяндың ҡулында
шар бармы? (эйе).
2 эш.
-Әйҙәгеҙ киләһе эште, тыңлайыҡ. Беҙҙең баҡсала бик тылсымлы йәшелсәләр
үҫә. Ҡуян нимә ашарға ярата әле? Улай булғас, кишерҙәрҙе алып,
кишерҙәрҙең фигураларына ҡарап өҫтәлдә ятҡан геометрик фигуралар янына
һалыр кәрәк.
- Һин кишерҙе ниндәй фигураға һалдың? Ни өсөн?
-Сөнки мин алған кишер өсмөйөшкә, квадратҡа, овалға, түңәрәккә,
дүртмөйөшкә оҡшаған.
-Афарин, балалар был эште лә үтәп сыҡтыҡ, ҡуянға шар өҫтәлдеме? (эйе).
Ял итеү минуты: “Ҡуяндар”
3 эш.
- Һеҙҙең алдығыҙҙа, һүрәт тора, өҫтәлдә лә шул уҡ һүрәттәр. Һүрәттә нимәләр
төшөрөлгән? (болот, ағас, сәскә, бәшмәк). Ҡуянға ошо һүрәттәге һәр
төшөрөлгән әйберҙе һанап, эргәһенә цифралар ҡуйырға ҡушҡандар, ә ул ҡуя
алмаған, беҙ ярҙам итәбеҙме? (эйе).
-Нисә болот төшөрөлгән? (Ике болот төшөрөлгән).
-Болот эргәҙенә ниндәй цифраны ҡуябыҙ? ( икене ҡуябыҙ). (бер бала таҡтаға
сығып ҡуя).
-Ә һин ниндәй цифраны ҡуйҙың? (Мин икене ҡуйҙым).
-Афарин, балалар, был эште лә эшләнек ҡуянға шар өҫтәлдеме, ҡарайыҡ әле.
4 эш.
-Ҡуяндың тыуған көнө булғас беҙ уға торт та бүләк итәйек. Тортты беҙ төрлө
оҙонлоҡтағы таҫмалар ярҙамында эшләйәсәкбеҙ, таҫмалар төрлө оҙонлоҡта
беҙгә уларҙы сағыштырып иң оҙон таҫманы иң аҫҡа һалырға кәрәк. Һәм иң
оҙондан ҡыҫҡараҡты уның өҫтәнә һалып тортты эшләргә кәрәк.
-Ниндәй таҫма иң оҙоно икәнен нисек беләбеҙ? (Таҫмаларҙы бер береһенең
өҫтөнә һалып ҡарайбыҙ).
-Иң өҫкә ниндәй таҫманы һалдың? (Иң ҡыҫҡа таҫманы һалдым).
-Ә уртаға өҫтә ятҡан таҫманан ҡыҫҡа таҫманы һалдыҡмы, әллә оҙондомо?
(оҙондо һалдыҡ).
-Иң оҙон таҫмаң ниндәй төҫтә?
-Афарин, балалар, был эште лә үтәп сыҡтыҡ. (Таҡта алдына ярым түңәрәккә
килеп торалар). Ҡуянға тағы шар өҫтәлдеме? (Эйе).
-Балалар, бөгөн нимәнең тыуған көнө? (Ҡуяндың тыуған көнө).
-Беҙ уға нисә йәш икәнен ҡулындағы шарҙарына ҡарап белербеҙ тигән инем,
ҡуянға нисә йәш икән? (ҡуянға 4 йәш).
-Ә ҡайҙан 4 йәш икәнен белдегеҙ. (Сөнки ҡуяндың ҡулында 4 шар).
-Ысынлап та 4 йәшме икән, әйҙәгеҙ шарҙарҙы һанап ҡарайыҡ әле.
-Афарин, балалар, әйтегеҙ әле минә, һеҙгә ҡуянға ярҙам итеү оҡшанымы?
- Ә нимәләр эшләү оҡшаны?
-Ә бына ҡуян һеҙгә үҙенең яратып уйнаған уйындарын ебәргән. (өҫтәл
артында дидактик уйындар).
Мин һеҙгә уртансылар төркөмө өсөн БЯМТ буйынса ойоштороу эшмәкәрлеге
тәҡдим итәм. Темаһы: “Ҡуяндың тыуған көнө”
Дәрес сруктураһына ярашлы, дәрес башында проблема ҡуйыла. Был дәрестә
мин һөйләшеү (әңгәмәләшеү), күрһәтеү (наглядный), практик алымдар
ҡулландым.
Дәрестең башы.
Балаларҙы ойоштороу һәм проблеманы асып һалыу өсөн әңгәмәләшеү
(словесный) алымы ҡулландым.
Экранда бик бойоҡ ҡуян һүрәте күрһәтәм. Балаларҙан ҡуян ни өсөн бойоҡ
тип һорап балаларға проблема ҡуям. Балалар төрлөсә яуап бирәләр. Мин
ҡуяндың тыуған көнөнә әңгәмә ярҙамында алып килтереп сығарам. Ҡуянды
бөгөн тыуған көнө икәненәйтәм, һәм уға балалар баҡсаһында биргән
һорауҙарға яуап бирә алмаған, шуның өсөн уның тыуған көнөнә бүләк
бирмәгәндәр. Ҡуяндың тыуған көнө булған балалар менән ҡуянға тыуған
көнөнә нимә бүләк итергә икәнен асыҡлайбыҙ.
Шунан мин балаларға әйҙәгеҙ бөгөн беҙ ҡуяндың тыуған көнөнә шарҙар
бүләк итәйек тип тәҡдим итәм. Шар бүләк итер өсөн ҡуянға бирелгән
эштәрҙе беҙгә үтәп сығыр кәрәк, һәр үтәлгән эшкә бер шар бирелеүен
балаларға аңлатам. Эштәрҙе үтәп сыҡҡас ҡуяндың ҡулында ғы шарҙарға
ҡарап ҡуянға бөгөн нисә йәш икәнен беләсәкбеҙ.
Төп өлөштә .
Ҡуйылған проблемаларҙы сисеү өсөн 4 эш алына практик алымдар аша сисеү
юлдарын эҙләп төрлө ысулдар ҡулланабыҙ.
1 эш.
Шыршылыр ярҙамында арауыҡтағы йүнәлеште, бейек, тәпәш, уңда, һулда,
уртала төшөнсәләрен нығытабыҙ.
Бер бала таҡтала сағыштырыу өсөн шыршылар эргәһенә ҡуяндар ҡуйып
сыға. 1 шырышының эргәһенә ҡуян етмәй. Һорауҙар ярҙамында бер ҡуян
етмәгәнлеген асыҡлайбыҙһәм тағы бер ҡуян ҡуйып шыршылар менән
ҡуянды тигеҙләп ҡуябыҙ.
Һәр эште эшләп бөткәс йомғаҡлап ҡуйыр кәрәк.
Тимәк, шыршы менән ҡуяндар тигеҙ.
Эш аҙағында ҡуянға берешәр шар биреп барабыҙ.
2 эштә.
Һайлау принцибына таянып геометрик фигураларҙы нығытыу һәм эш
аҙағында балалар һығымта яһатыу өсөн эш алынды.
Өҫтәлдә геометрик фигуралар ята (түңәрәк, овал, дүртмөйөш, квадрат,
өсмөйөш), иҙәндә түтәлдә геометрик фигураларға оҡшатып эшләнгән
кишерҙәр һәм сөгөлдәрҙәр ята. Һәм балалар түтәлдән кишерҙәрҙе алып
килеп геометрик фигуралар эргәһенә һалалар һәм ни өсөн ул геометрик
фигураға һалыуын аңлатып ҡуялар. (Мин кишерҙе өсмөйөшкә һалдым, сөнки
мин алған кишер өсмөйөшкә оҡшаған).
Ял итеү минуты
Һәр дәрестә алына, ул темаға ярашлы булырға тейеш. Ул иркен урында тороп
эшләнелә. Мин алған ял минуты ла “Ҡуяндар” тип аталды , балалар күнелле
көй аҫтында ҡуяндың хәрәкәттәрен эшләнеләр һәм ямғыр яуа башлағас
урындарына ултырҙылар һәм дәрес дауам итте.
3 эш.
Таратма материалдар менән эш алынды. Таҡтала һәм һәр баланың алдында
бер төрлө сюжетлы һурәт ята. Һәм 1 – 5 кә тиклем һанда бирелә. Был эштә
цифраларҙы нығытабыҙ, һәр төшөрөлгән әйберҙе һанап цифралар ҡуйып
сығабыҙ. Һәр бер цифраға берешәр бала таҡтаға сыға ҡалғандар урында
эшләйҙәр.
4 эш.
Оҙон һәм ҡыҫҡа төшөнсәләрен нығытабыҙ. Сағыштырыу ысулы менән
таҫмалар ярҙамында ғуяндың тыуған көнөнә торт эшләйбеҙ. Таҫмаларҙың
оҙонлоғон белер өсөн бер береһенең өҫтөнә һалып ҡарайбыҙ.
Эш аҙағында ҡуяндың ҡулындағы шарҙарҙы һанау ысулы менән һанап
ҡуянға нисә йәш булыуын билдәләйбеҙ. Ҡуянға 4 йәш .
Йомғаҡлау өлөшөндә .
Ҡуянға ярҙам иткәндә нимә эшләү оҡшаны.
Ә нимә эшләүе ҡыйын булды тип йомғаҡларға мөмкин.
Һәм эшмәкәрлекте ҡуян үҙенең яратып уйнаған уйындарын ебәргән тип
дауам итергә була.