Конспект занятия "Төп белем биреү өлкәһе - танып белеү"


Төп белем биреү өлкәһе танып белеү
Маҡсаттар:
1. Балаларҙа экологик фекер йөрөтөү һәләттәрен, эҙләнеү -
тикшереү эшмәкәрлеге элементтарын формалаштырыу:
маҡсатҡа ярашлы тәжрибәләр үткәреү һәм гипотезалар
тәҡдим итеү;
2. Балаларҙа танып- белеү, эҙләнеү-тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныу
уятыу. Эҙләнеү- тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса
мәғлүмәттәр йыйыу һәм уларҙы аңлата белеү, һығымта яһау
өсөн диалогик телмәрҙәрен үҫтереү. Беҙҙе уратып алған
мөхит- һыу , һауа үҙенсәлектәре тураһында балаларҙың
белемдәрен нығытыу;
3. Билдәһеҙлекте асыуға ыңғай ҡараш, тәбиғәткә һөйөү
тәрбиәләү.
Балалар эшмәкәрлеге төрҙәре: аралашыу, эҙләнеү тикшеренеү.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр: интегратив сифаттар үҫтереү-
“актив һәм ҡыҙыҡһыныусан”, “аралашыу сараларына , өлкәндәр һәм үҙ
тиҫтерҙәре менән үҙ –ара тьәҫир итеү ысулдарына эйә булыу”, “уҡыу
эшмәкәрлеге буйынса универсаль шарттарға эйә булыу”.
Йыһазландырыу:
Аудио-саралар: мультимедиа проекторы, экран, видео һәм
фотослайдтар
Дидактик саралар: план - карта, һандыҡ; пластик шешә; балалар һаны
буйынса стакандар; һыу; тоҙ һалынған һауыттар; пароллон киҫәктәре;
дүрт асҡыс; тоҙ һауыты; газлы һыу; газлы һыу өсөн тәрән һауыт;
пластилин киҫәктәре; ҡағыҙ һәм клеенка салфеткалар; ваҡ сөйҙәр;
магнит.
Алдан алып барылған эш: тәбиғәттә күҙәтеүҙәр, әңгәмәләр:
“Һыуҙың үҙенсәлектәре”, “Һыу нисек үҙгәрә?”, “Магнит һәм тимер”,
“Магнит нимә эшләй ала?”, “Нимә ул һауа?”, һыу, магнит менән
тәжрибәләр. “Тәбиғәт хазинаһы” темаһына һүрәттәр ҡарау. Дидакт
уйындар: “Һин һүрәтлә, ә мин әйтәм”, “Предметты һүрәтлә”, “парын тап”.
Нәфис әҙәбиәт уҡыу: “Ямғыр яу” Н. Игеҙйәнова, “Ямғыр теләге” Ш.
Бабич, “Тамсылар” С. Мудллабаев
Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге барышы
Иртәнге ҡабул итеү ваҡыты. Балалар уйын майҙансығында. Балалар
ҡом менән уйнап ултырғанда пластик шешә табып табалар.Тәрбиәсегә
бирәләр.
Тәрбиәсе шешәне ала:
- Шешә бик тылсымлы күренә, эсендә нимәлер ята, ҡарайыҡ әле.
- Был нимә икән ?(шешә эсенән ҡағыҙ тартып сығара );
- Ҡағыҙҙы асып ҡарайыҡ.
- Ә был схема нимәне аңлата икән?
- Тағы ла ниҙер бар (флешка)
- Флешканы нисек асырға? ( балалар карта схема серен асалар. Унда
уҡ, музыкаль асҡыс, эштәр буйынса тамғалар төшөрөлгөн. Уҡ
музыкаль асҡысты күрһәтә).
- Тимәк, музыка залында ниндәйҙер сер көтә.
1.Х
2.Х
3.Х 4.Х
- Был картаның серҙәрен асҡығыҙ киләме?
- Әйҙәгеҙ, улайһа, гимнастика яһап, иртәнге аш ҡабул итеп көс йыйып
алайыҡ та музыка залына төшөрбөҙ.
(тышта музыка аҫтында иртәнге гимнастика эшләү, төркөмгә ингәс
гигиеник процедураларҙан һуң, иртәнге аш ашау)
- Балалар, әйҙәгеҙ инде музыка залына төшәйек (музыка залына төшәләр).
Флешканы асып ҡарайыҡ.
Тәрбиәсе флешканы ҡуя:
- Был нимә ул? (экранда карта күренә).
- Ниндәй карта? (Башҡортостан картаһы)
Тауыш ишетелә: (карта һүрәте менән слайд, ишәктәр һүрәте слайды) Мин
хазиналар батшаһы. Һандығыма хазинаны табыу урынын белдереүсе билдә
йәшерҙем. Һеҙгә серле карта ярҙам итер. Тамғалар аҫтында эштәр
йәшеренгән. Шул эштәрҙе эшләп сыҡһағыҙ, һандыҡтың асҡысын
табырһығыҙ.
- Ә һандыҡ ҡайҙа һуң? (балалар зал уртаһында ултырған һандыҡты
күрһәтәләр)
- Һандыҡтың серен асыр өсөн әйҙәгеҙ, беренсе эште тыңлайыҡ. ( экранда
ике ишәк һүрәте күренә, арҡаларында йөк ):
Бына беренсе эш: “Мин һеҙгә әкиәт һөйләйем. Бер көндө ике ишәк
баҙарҙан ҡайтып килгәндәр. Бер ишәккә тоҡҡа тултырылған тоҙ тейәлгән, ә
икенсеһенә- паролон тултырылған тоҡ бәйләнгән. Ишәктәр юлда бик тәрән
Һаҡмар йылғаһы аша йөҙөп сыҡҡандар, ти. Бер ишәк һыуҙы бик еңел йөҙөп
сыҡҡан. Ә икенсеһе саҡ һыуға батмай ҡалған, көскә - көскә йөҙөп сыға алған,
ти. Ҡайтып еткәс шул асыҡланған: бер ишәк кенә йөгөн өйгә алып ҡайтып
еткергән, ти.
Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡайһы ишәккә йылға аша йөҙөп сығыу еңел
булған?
Әгәр ҙә ошо һорауға дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, асҡысты ҡайҙан эҙләргә икәнен
аңларһығыҙ.Уйлап ҡарағыҙ”
- Балалар, ысынлап та ҡайһы ишәккә йылға аша йөҙөп сығыу еңел булған
икән? Нисек уйлайһығыҙ? (балаларҙың яуаптары )
- Ә һин нисек уйлайһың? (башҡа балаларҙы ла активлаштыра)
- Ә мин һеҙгә ошо фекерҙәрҙе тикшереп ҡарарға тәҡдим итәм һәм һеҙҙе
лабораторияға саҡырам. Һеҙ бөгөн ысын ғалимдар буласаҡһығыҙ. (балалар
алъяпҡыстар кейәләр, өҫтәл янында торалар)
Тәжрибә №1
- Балалар, өҫтәлдә кәрәкле материалдар әҙерләп ҡуйылған. Беренсе
фекерҙе тикшереп ҡарайыҡ. Ильяс, һин фекереңде ҡабатлап әйт әле .
(“пароллон тейәлгән ишәк һыуҙан еңел йөҙөп сыға, сөнки параллон еңел”)
- Пароллон киҫәктәрен һыуға һалығыҙ. Пароллон нимә эшләне?
(һыуланды, ауырайҙы)
- Тимәк , пароллон һыуҙа ауырая.
- икенсе фекерҙе тикшереп ҡарайыҡ. Зарина, ҡабатлап әйт әле (“тоҙ
тейәлгән ишәк йылға аша еңел сыға, сөнки тоҙ һыуҙа ирей”)
- Тикшерәйек: ҡалаҡ менән тоҙ алып һыулы стаканға һалығыҙ ҙә
болғатығыҙ. Нимә булды? (тоҙ һыуҙа ирене)
- Ә, хәҙер һығымта яһайыҡ. (балалар һығымта яһайҙар, тәрбиәсе
йомғаҡлай)
- Нимә тейәлгән ишәккә йылға аша сығыуы еңел булды әле? (тоҙ)
- Беренсе эште уңышлы үтәнек. Тылсымлы һүҙебеҙ нинәй? (тоҙ)
- Тимәк, асҡысты ҡайҙан эҙләйбеҙ? (тоҙ эргәһенән)
Һандыҡты асып ҡарайыҡ. Асылдымы? (һандыҡ асылмай).
Икенсе эш:
Экранда тауыш: (һыу ҡыуҡтары төшөрөлгән слайд) “Бик ҡыҙыҡлы хәл.
Пластилиндан эшләнгән шариктар һыуҙа йә бата, йә йөҙә.Быны нисек
аңларға? Һеҙ ярҙам итмәҫһегеҙме?
- Әйҙәгеҙ, хазина батшаһына ярҙам итәйек. Ә ни өсөн улай икән, әйҙәгеҙ
тикшереп ҡарайыҡ.(өҫтәл эргәне баралар). Мин һауытҡа газлы һыу ҡоям.
Пластилиндан бәләкәй шариктар эшләп газлы һыуға һалайыҡ.
- Шариктар менән нимә булды?
- Ә ни өсөн улар өҫкә ҡалҡып сыҡты? (яуаптар: һауа ҡыуыҡтары
пластилинға йәбештеләр һәм пластилин өҫкә йөҙөп сыҡты.
- Ә ни өсөн һауа ҡыуығы йәбешкән пластилин шарҙары өҫкә йөҙөп
сыҡты һуң?
(сөнки, һауа һыуҙан еңелерәк, шуның өсөн өҫкә йөҙөп сыға)
- Шулай итеп, һауа һыуҙан еңел икән.
- Хазина батшаһының һорауына яуап бирҙекме?
- Балалар, ә беҙгә ошо тәжрибә аша алған белем беҙгә кәрәкме?
(Һауа тултырылған туптар, түңәрәктәр кешене һыуҙа батыуҙан һаҡлай.
Кешеләр һыу өҫтөндә йөҙөр өсөн һауа тултырылған кәмәләр ҡулланалар)-
слайдтар
- Бысраҡ һауа кешегә нисек тьәҫир итә? (яуаптар)
- Ниндәй ҡалаларҙа бысраҡ төтөн сығарған завод, фабрикалар бар?
(балалар яуап бирәләр)
- Эйе, ә һауа таҙа булһын өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
(Баҡсаларҙа, парктарҙа күберәк ағастар ултыртыр кәрәк).
- балалар, беҙ нимә тураһында һөйләштек? (һауа)
- Тимәк, асҡыс ҡайҙа инде? (һауала)
( ана, асҡыс өҫтә элеүле тора.)
- Бәлки ошо асҡыс ярар. Ә асҡысты нисек итеп алабыҙ, буй етмәй
(яуаптар). Асҡысты алыу.
- Һандыҡты асып ҡарайыҡ, асылырмы икән. (асып ҡарай). Юҡ, балалар,
был асҡыс та яраманы. Бәлки киләһе эште эшләһәк һандыҡҡа яраған асҡыс
табырбыҙ.
Өсөнсө эш: (экранда ағас, пластмасс һәм тимер предметтар һәм магнит
һүрәтләнгән слайдтар)
- Экранда предметтар теҙмәһе. Ошо предметтарҙың ҡайһыһы менән
һыуҙағы сөйҙәрҙе тартып сығарырға була? (балаларҙың күҙаллауҙары)
- Балалар, экранда нимәләр күрәһегеҙ? (ағас кубик, пластмасс кубиктар,
магнит, сөйҙәр)
- Ошо предметтарҙың ҡайһыһы менән сөйҙө алырға була икән?
(яуаптар)
- Ысынлап шулаймы икән, тикшереп ҡарайыҡ. (балалар өсөнсө өҫтәл
янына киләләр)
- Өҫтәлдә һыулы стакандар ултыра, эсенә нимәләр һалынған?
- Ә хәҙер стакандың ситенә магнитты яҡын алып килегеҙ.Һыуҙағы
сөйҙәр нимә эшләне? ( һыуҙағы сөйҙәр магнитҡа тартылды, стакан ситенә
йәбеште)
- Ни өсөн магнит сөйҙәрҙе үҙенә тартып алды? (тимерҙән эшләнгән
әйберҙәрҙе магнит тарта).
- Ни өсөн сөйҙө магнит үҙенә тартты? (яуаптар)
- Магнит, ерҙән алынған хазина. Магнт ярҙамында һыуҙарҙы таҙартырға
була.һыуҙа сөй оҙаҡ ятһа, тутыға. Кеше һыуҙы эсһә ауырый.
- Хәҙер магнит ярҙамында сөйҙәрҙе йыйып алығыҙ. (балалар магнитты
һыуға тығып, сөйҙәрҙе йыйып алалар)
- Шулай итеп, магнит тимер әйберҙәрҙе үҙенә тарта.
- Тимәк, асҡысты табыу өсөн ниндәй һүҙ ҡулланабыҙ инде? (магнит)
- Шулай булғас асҡысты магнит эргәһдә эҙләр кәрәк. Бәлки был асҡыс
ярар. Һандыҡты асып ҡарайыҡ әле. Был асҡыс та ярамай бит. Балалар,
хазина һандығы бик тылсымлы булып сыҡты бит.
- Әҙәгеҙ, кәйефтәребеҙҙе күтәреп, бармаҡтарыбыҙҙы ял иттереп, уйнап
алайыҡ.
Бармаҡтар гимнастикаһы.
- бармаҡтарҙы бер – береһенә тоташтырып йоҙаҡ эшләйек. Нимә
һымаҡ? (тимер).
- бармаҡтарҙы бер береһенә тейҙереп ситкә алайыҡ. Нимә һымаҡ?
(һауа);
- бармаҡтарыбыҙ йүгерешәләр. Нимә һымаҡ? (һауа)
- ә хәҙер, мин нимәне әйтәм, һеҙ бармаҡтарығыҙ менән шуны
күрһәтегеҙ (балалар ултырғыстарға барып ултыралар)
Дүртенсе эш:
(тылсымлы көй аҫтында Ер-Әсә килеп инә, бик бойоҡ).
Ер-Әсә: Балалар, һаумыһығыҙ.
- Ер-Әсә, ниңә йөҙөңдә ҡайғы, күҙҙәреңдә һағыш.
Ер-Әсә: балалар, тыңлағыҙ әле мине. Экранға ҡарағыҙ. Бөтә ҡайғым,
хәсрәтем тәбиғәт. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт бик бысранды. Кешеләр
урманға ял итергә сығалар ҙа ағастарҙы һындыралар. Урманда ут яғып бик
күп үләндәрҙе яндыралар, бөжәктәрҙе үлтерәләр. Йылғаларға, тирә - яҡҡа
сүп-сар ташлайҙар. Эсер һыуҙы бысраталар (видеослайд күрһәтә).
- Ҡайғырма, Ер - әсә. беҙҙең балалар тәбиғәт ярҙамсылары, тәбиғәтте
һаҡлайҙар.
- Тәбиғәттә үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләрен бик яҡшы беләләр
Схема ярҙамында һөйләү:
урманда ут яғырға ярамай, сөнки бөжәктәр, хайуандар янып янып
үләләр.ағастар яна, үләндәр сәскәләр яна
бөжәктәрҙе тоторға, үлтерергә ярамай, сөнки улар үҫемлектәрҙе
һеркәләндерәләр, үҫемлектәр үрсей башлай;
йылғаларға сүп сар ташларға ярамай, сөнки йылғалар бысрана,
бысраҡ һыу кешеләрҙең организмына зыян килтерә, микробтар
барлыҡҡа килә .
- Рәхмәт, балалар! Һеҙ тәбиғәттең ысын ярҙамсылары икән.
- Ер - әсә, беҙҙең балалар хатта бысраҡ һыуҙы таҙарта ла беләләр.
(өҫтәлдә ике стакан: береһе буш, икенсеһендә бысраҡ һыу, мамыҡ
киҫәктәре, күмер).
- Һыуҙы таҙартыр өсөн нимә кәрәк? (фильтр).
- Фильтрҙы нисек эшләйбеҙ? (воронкаға мамыҡ, өҫтөнә күмер
һалабыҙ).
(балалар менән бергә тәжрибә үткәреү)
- Һыу таҙарҙымы? (яуаптар)
- көнкүреш тормошта һыуҙы нисек таҙартырға була ахсус
фильтрҙар ярҙамында)
Ер-Әсә: Рәхмәт һеҙгә, балалар. Һеҙ бик аҡыллы, ярҙамсыл балалар
икәнһегеҙ. Һәр ваҡыт шулай тәбиғәттең ярҙамсылары булығыҙ.
Мин ер - әсә
Мин Ер - әсә,
Өндәшәмен.
Һеҙҙең алда
Тура ҡарап
Һөйләшәмен
Аҡыл – аман
Йөрәк – иман
Һәр саҡ уйлап эш итегеҙ!
Имен быуаттар аша
Килер быуындар яҙмышы.
Тимәк, минең дә яҙмышым
Һеҙҙең ҡулда, балаларым!
Ер-әсәнең аманатын
Онотмағыҙ, балаларым!
- Рәхмәт Ер-Әсә.
Ер-Әсә: Һеҙҙең аҡылығыҙ мине әсир итте. Һеҙҙең туралағы яҡшы
хәбәрҙәрҙе бөтә тереклеккә лә еткерергә ашығырға кәрәк. (асҡыс бирә)Һау
булығыҙ.
- Балалар, бәлки, беҙ эҙләгән асҡыс ошолор. Әйҙәгеҙ һандыҡты асып
ҡарайыҡ. Һандыҡ асылды. (балалар шатланалар)
- Ниндәйҙер ҡағыҙҙар ята.
(береһе аҡ ҡағыҙ, икенсеһендә нимәлер яҙылған)
- Уҡыйыҡ әле. “Әгәр һеҙ йәшерен яҙыу серен белһәгеҙ хазинаны
табырһығыҙ”.
- Балалар ә һеҙ йәшерен яҙыуҙы уҡый беләһегеҙме? (юҡ)
- Ә мин беләм
- Тағы ла һандыҡ эсендә нимә ята? (лимон)
- Бәлки бөтә сер ошо лимондалыр? (балаларҙың яуаптары)
- Тимәк, лимон м енән яҙылғандыр. Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ.
(Тәрбиәсе лимон һуты менән яҙылған ҡағыҙҙы йод тамыҙылған һыу
менән һөртә. Яҙылған һүҙҙәр асыла (балалар ҡыҙыҡһынып ҡарап торалар)
- Балалар , ниндәй һүҙҙәр килеп сыҡты? (Ер, һыу, һауа)
Экрандан тауыш: “Һандыҡтың серен астығыҙ, балалар! Рәхмәт!
Ысынлап та, һыу һәм һауа ерҙәге бар тереклеккә лә иң кәрәк нәмәләр.
кеше тәбиғәттең бер өлөшө, уның менән тығыҙ бәйләнгән. Кешегә барыһы
ла кәрәк: саф һауаһы ла, таҙа һыуы ла, уңдырышлы тупрағы ла, бар
тереклеге лә. Ҡәҙерле балалар, әйҙәгеҙ бергәләп тыуған еребеҙҙе, бәләкәй
генә йәшел планетабыҙҙы һаҡлайыҡ. Үҙебеҙҙең уртаҡ өйөбөҙгә, ундағы
йәшәгән бар тереклеккә зыян килтермәҫ өсөн, һәр аҙымыбыҙҙы , эшебеҙҙе
уйлап ҡына эш итәйек”.
- Тимәк, Ер, һыу, һау беҙ эҙләгән тәбиғәт хазинаһы булып сыҡты
түгелме?
Балаларҙың яуаптары: Ер беҙҙең уртаҡ йортобоҙ. Һыу йшәү
сығанағы. Һауаһыҙ кеше йәшәй алмай.
- Афарин, балалар! Тәбиғәтте һаҡлағыҙ, яратығыҙ, ысын дуҫы булығыҙ.
- Өйҙә ата-әсәйҙәрегеҙ менән “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ” тигән темаға
һүрәттәр эшләп алып килерһегеһәҙ. Аҙаҡ беҙ һүрәттәр күргәҙмәһе эшләрбеҙ.