Сценарий "Терпегә дуҫтар"

“Терпегә дуҫтар”
Маҡсат:
-яҙ миҙгеле тураһында алған белемдәрен дөйөмләштереү, ташландыҡ
материалдан терпе эшләү;
-бәйләнешле телмәр үҫтереү, фекерләү кеүәһен үҫтереү;
-тәбиғәткә, хайуандарға һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: схема һүрәттәр, ҡырағай хайуандар һәм уларҙың
балалары төшөрөлгән һүрәттәр, өлгө, ҡырҡылған ептәр, бумала, елем,
фломастер, клеенка, салфетка, салфеткаға һауыт, музыка.
Һүҙлек эше: ҡырағай, хайуан, яра, ямғыр, тун, йоҡо.
Эшмәкәрлек төрө: әңгәмә, дидактик уйын: “Нимәнең балаһы?”, схема
буйынса һөйләү.
ТББЭ барышы:
-Балалар түңәрәккә торҙоҡ. Бөгөн иртәнсәк беҙҙең төркөмгә хат ташыусы
терпенән хат алып килде, әйҙәгеҙ уҡып ҡарайыҡ әле, терпе нимә яҙған икән?
Иғтибар менән тыңлағыҙ.
-“Һаумыһығыҙ балалар, мин йоҡонан уяндым да үҙемдең дуҫытарымды таба
алмайым,” - тигән, балалар, беҙ терпенең дуҫтарын табырға ярҙам итәбеҙме?
Беҙгә ашығырға кәрәк беҙҙе бик күп һынауҙар көтә.Эште башлар алдынан
кәйефтәребеҙҙе күтәреп, бер – беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, беҙгә күңелле
булып китте, эйеме, балалар? Беҙ йылмайғас ҡояшта беҙгә йылмая, сөнки
хәҙер ниндәй миҙгел?
-Яҙ миҙгеле.
-Афарин балалар, ултырғыстарға ултырайыҡ. Яҙ тураһында шиғырҙа ла
әйтелгән.
Ҡар ирей, ҡояш көлә
Беҙгә йылы яҙ килә.
Бына беренсе эш. Был эште беҙгә үтәп сығырға кәрәк, терпе беҙҙе көтәлер?
Өҫтәлдә һүрәттәр ята, шулар араһынан яҙ миҙгеленә тап килгәнен һайлап
таҡтаға ҡуйыр кәрәк.
Ҡояш - Яҙ көнө ҡояш нығыраҡ йылыта.
Ямғыр - Ямғырҙар яуа.
Ағас - Ағас япраҡтар яра.
Ҡоштар - Яҙ көнө ҡоштар йылы яҡтан ҡайта.
Сәскә, ҡар.
(Бер бала сығып һөйләй). Әйҙәгеҙ кем яҙ тураһында һөйләй.
-Яҙ көнө ҡояш нығыраҡ йылыта. Ямғырҙар яуа. Ағастар япраҡ яра. Яҙ көнө
йылы яҡтан ҡоштар ҡайта.
-Афарин, балалар яҙ тураһында бик матур һөйләнегеҙ. Беҙгә киләһе эште
эшләргә кәрәк. Терпегә ярҙам итергә ашығайыҡ. Ҡарағыҙ әле бында нимәләр
төшөрөлгән, исемдәрен әйтәйек.
-Айыу, ҡуян, терпе.
-Былар нимәләр?
-Хайуандар.
-Ә хәҙер яҙ миҙгелендә хайуандарҙың тормошон һөйләп үтәйек.
-Айыу яҙ көнө нимә эшләй? (Йоҡонан уяна)
-Ә ҡуян нимә эшләй? (Тунын алмаштыра)
Йәй көнө ҡуян ниндәй төҫтә була? (Һоро төҫтә). Ә ҡыш көнө туны ниндәй
төҫтә була? (Аҡ төҫтә була).
- Ә терпе нимә эшләй? (Йоҡонан уяна)
-Бына беҙгә хат яҙған терпе лә яҙ көнө йоҡонан уянғанда иптәштәрен
тапмаған.
-Был хайуандар ҡайҙа йәшәйҙәр?
-Был хайуандар урманда йәшәйҙәр.
-Шулай булғас бер һүҙ менән ниндәй хайуандар тип йөрөтәбеҙ?
-Ҡырағай хайуандар. Һәр хайуандың үҙ балаһы бар.
-Әйҙәгеҙ беҙ уларҙың балаларын табып ҡуяйыҡ. Һин нимәнең балаһын
ҡуйҙың? (Ҡуян балаһы). Балалар дөрөҫ ҡуйҙымы, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Афарин, балалар, хайуандарҙың балаларын таптыҡ.Юлыбыҙҙы дауам итәйек,
терпе көтәлер.Ә хәҙер ял итеп алайыҡ.
Ял минуты.
Тейен сәпәкәй итә, (сәпәкәй)
Ҡуян иҙәнде тибә, (тыпырлау)
Ә айыу тайыш табан, (уңға, һулға башын һелкетә)
Башын ғына һелкетә.
Һеҙгә оҡшанымы, әйҙәгеҙ тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайыҡ.
Афарин балалар, юлыбыҙҙы дауам итәйек.
Балалар, беҙ һеҙҙең менән бөгөн терпегә дуҫтар табырға кәрәк. Уның да
дуҫтары булһа уға ла күелле булыр. (Өлгө таҡтала тора). Балалар, терпеләр
бында йыйылғандар икән. Ҡарағыҙ әле терпенең нимәләре юҡ?
-Терпенең энәләре юҡ.
-Эйе, терпенең энәләре була. Мин хәҙер терпенең энәләрен эшләп күрһәтәм.
Иң беренсе терпенең өҫтөнә елем һөртәм. Ә энәләрен ҡырҡылған ептәр
ярҙамында эшләйем. Ул терпенең энәләре була. Йәбештереп бөткәс
фломастер менән терпенең нимәләрен эшләп бөтөрөп ҡуябыҙ?
-Танауын һәм күҙҙәрен.
-Терпегә оҡшанымы? (эйе оҡшаны). Эшләп бөткәс салфетка менән ҡулдарҙы
һөртөп, салфетканы һауытҡа һалабыҙ, эш урындарын йыйыштырабыҙ.
Әйҙәгеҙ һеҙҙә өҫтәл арттарына ултырып терпегә дуҫтар эшләйек.
(Музыка. Балаларҙың эше).
-Эштәрҙе өҫтәлгә алып килеп һалабыҙ һәм өҫтәл тирәләй торабыҙ.
Терпе инә.
-Һаумы, терпе, ниңә һин бик бойоҡһоң?
-Мин йоҡонан уяндым да иптәштәремде тапманым, миңә күнелһеҙ.
-Терпе беҙ һинең хатыңды алып уҡыныҡ та балалар менән һиңә ярҙам итергә
булдыҡ.
-Афарин, балалар, мине бик ҡыуандырҙығыҙ.
-Балалар, күрәһегеҙме һеҙ тырышып эшләгәс терпе лә ҡыуанды. Бөтәгеҙҙә
афарин, бик тырыштығыҙ, миңә һеҙҙең бөгөнгө эштәрегеҙ оҡшаны.
-Балалар мин уйнарға яратам, әйҙәгеҙ бергәләшеп уйнайыҡ.
Уйын “Күңелле шарҙар”.