Сценарий "Сыбар тауыҡ"
Сыбар тауыҡ
Маҡсат:
балаларҙы сыбар тауыҡ әкиәте менән таныштырыу,
төп төҫтәрҙе нығытыу,
ҡул суҡтары маторикаһын үҫтереү,
балаларҙың ыңғай кәйефенен тәьмин итеү.
Һүҙлек эше:
себеш, тауыҡ, сыбар тауыҡ, таҫма, ҡыҙыл таҫма, күк таҫма.
Йыһазландырыу:
әкиәт буйынса сюжетлы һүрәттәр, магнитлы таҡта,уйынсыҡ тауыһ, кәрзин,
алты себеш һүрәте, алты өй һүрәте.
Дәрес барышы:
- Балалар, урындарыбыҙға матур итеп ултырҙыҡ. Балалар кешеләр ҙә ,
хайуандар ҙа бер-береһе менән һаулыҡ һорашалар. Әйҙәгеҙ әле беҙ ҙә һаулыҡ
һорашайыҡ. Бала бармаҡтарын бер-береһенә тейҙереп, сәтәкәй бармаҡтан
башлап һаулыҡ һораша.
- Бармаҡ осон тейҙергән һайын “һаумы” тип әйтәбеҙ. Бына һаулыҡ
һораштыҡ.
- Балалар, ниндәй тауыш ишетелә түгелме?
- Ҡыт-ҡыт-ҡыт.
- Балалар, беҙгә ҡунаҡҡа кем килгән ул?
- Тауыҡ.
- Тауыҡ ниңә бойоҡ икән? Әйҙәгеҙ тауыҡты йыуатайыҡ.
Ҡыт-ҡыт-ҡыт
Дуҫың саҡыра тауыҡ.
Ҡыт-ҡыт-ҡыт
Етте уйнарға ваҡыт.
- Балалар, ҡарағыҙ әле, тауыҡ ниңәлер һаман да бик бойоҡ. Һорайым әле
ниңә тауыҡ ул тиклем бойоҡ икән?
- Себештәрем юғалды.
- Тауыҡҡа ярҙам итәйекме?
-Эйе.
- Әйҙәгеҙ минең эргәмә килегеҙ. Өҫтәлдә себештәр ята һәр берегеҙ берешәр
себеш алығыҙ һәм себештәрҙең таҫмаларының төҫтәренә тап килтереп
себештәрҙең өйҙәрен табығыҙ.
- Әйҙәгеҙ, тап килтереп һалығыҙ.
- Ислам, һин алған себештең таҫмаһы ниндәй төҫтә? Ниндәй төҫлө өйгә
һалаһың? Афарин балалар бына себештәрҙең өйҙәрен таптыҡ, ҡарағыҙ тауыҡ
ниндәй ҡыуанып китте, беҙгә рәхмәт әйтә.
- Балалар, ә хәҙер әйҙәгеҙ әле уйнап алайыҡ. Беҙ бөтәбеҙҙә себештәр.
- Йомшаҡ матур себештәр
Ҡанаттарын елпетә
Әсәләре саҡырһа
Улар йүгереп китә.
Һыу ярата себештәр
Ем сүпләйҙәр туҡтауһыҙ
Тауыштары ниндәй матур,
Ә үҙҙәре тынғыһыҙ.
- Афарин, балалар, ял итеп тә алдыҡ, ә хәҙер урындарға ултырып
тынысландыҡ.
- Балалар, тауыҡ та ҡыуанып китте. Беҙҙең балалар сыбар тауыҡ тураһында
әкиәт беләләр, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп китәйек.
- Борон-борон заманда кем йәшәгән?
- Бабай менән әбей.
- Уларҙың нимәләре булған?
- Сыбар тауыҡтары булған.
- Бер мәл тауыҡ нимә һалған?
- Йомортҡа һалған.
- Тик йомортҡа ябай түгел, ә ниндәй булған?
- Алтын булған.
- Бабай йомортҡаны нимә эшләгән?
- Эй ярған, эй ярған, тик яра алмаған, әбей ни эшләгән?
- Әбейҙә нимә эшләгән?
- Әбейҙә ярып ҡараған, ул да яра алмаған.
- Шул ваҡыт кем үтеп барған?
- Бер сысҡан үтеп барған, ҡойроғо менән йомортҡаға тейеүе була, йомортҡа
иҙәнгә төшөп китә лә нимә була?
- Ярыла ла ҡуя.
- Бабай нимә эшләй?
- Илай, ти, әбей ҙә илай, ти. Ә сыбар тауыҡ ҡытҡылдап, уларҙы йыуата икән.
Ҡыт-ҡыт-ҡыт илама бабай, ҡыт-ҡыт-ҡыт илама әбей.
- Мин һеҙгә алтын түгел, ябай йомортҡа һалырмын.
- Балалар, әйҙәгеҙ беҙ ҙә әбейгә күп итеп йомортҡа эшләйек.
- Бөтәгеҙ ҙә минең эргәмә килегеҙ. Өҫтәлдә ҡағыҙ ята ошо ҡағыҙға
йомортҡалар эшләйек. Бумаланы ҡулға алып гуашҡа осо менән генә төртөп
алып түңәрәктәр ярҙамында йомортҡалар эшләйек.
- Балалар, беҙ нимә эшләйбеҙ?
- Йомортҡа.
- Нисек итеп эшләйбеҙ?
- Түңәрәк итеп.
- Афарин.Тауыҡ та ҡарап ултырһын.
- Балаларҙың эш ваҡыты.
- Хәҙер әбей ҙә ҡыуанып китер. Тауыҡ беҙгә рәхмәт әйтә.
Йомғаҡлау.
- Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа кем килде?
- Беҙ тауыҡ менән нимәләр эшләйек?
- Тауыҡҡа нимә эшләнек?
- Әбейгә нимә эшләнек?
- Балалар, тауыҡ буш ҡул менән килмәгән, ә бүләктәр алып килгән.