Сценарий "Ҡуяндың тыуған көнө"


Сценарий: “Ҡуяндың тыуған көнө”
-Балалар беҙ таҡтала нимәне күрәбеҙ? (Ҡуянды күрәбеҙ).
-Ҡуян бик бойоҡ, уның бөгөн тыуған көнө?Ул бойоҡ сөнки ул
балалар баҡсаһында һорауҙарға яуап бирә алмаған шуның өсөн уға
бүләк бирмәгәндәр. Ә беҙ ҡуянға ярҙам итәбеҙме?
-Эйе, ярҙам итәбеҙ.
-Тыуған көнгә нимәләр бүләк итергә була?
-Ә беҙ ҡуяндың тыуған көнөнә шарҙар бүләк итәсәкбеҙ. Шар бүләк
итер өсөн ҡуянға бирелгән эштәрҙе беҙгә үтәп сығыр кәрәк, һәр
үтәлгән эшкә бер шар биреләсәк. Эштәрҙе үтәп сыҡҡас ҡуяндың
ҡулындағы шарҙарға ҡарап ҡуянға бөгөн нисә йәш икәнен
белербеҙ. Һеҙ ризамы?
-Ҡуяндың тыуған көнөнә бүләк эшләйәсәкбеҙме? (эйе).
(урындарға ултырыштыҡ).
1 эш.
-Ҡуян ҡайҙа йәшәй? (Ҡуян урманда йәшәй).
-Ҡуян йәшәгән урманда ниндәй ағастар үҫә икән? (Шыршылар үҫә).
-Шыршылар төрлөһө төрлө ерҙә үҫә, урындарын билдәләр кәрәк.
Шыршылар бөтәһе лә бер тигеҙме? (Юҡ).
-Ә ни өсөн улай уйлайһығыҙ?
- Сөнки уртала бейек шыршы үҫә, ә ҡалғандары тәпәш шыршылар.
-Ә бейек шыршы ҡайҙа урынлашҡан? (Уртала урынлашҡан.)
- Ә уртала ниндәй шыршы урынлашҡан? (уртала бейек шыршы
урынлашҡан).
-Ә бейек шыршыны уратып ниндәй шыршылар урынлашҡан?
(Тәпәш шыршылар урынлашҡан).
-Тәпәш шыршыларҙың урындарын билдәләйек. (Бейек шыршының
өҫ яғында урынлашҡан, бейек шыршының аҫ яғында урынлашҡан,
бейек шыршының һул яғында урынлашҡан, бейек шыршының уң
яғында урынлашҡан). (бер шыршыны алам).
-Ҡуян үҙенең дуҫтары менән йәшенмәк уйнарға ярата икән.
Ҡуяндарҙы шыршы эргәһенә ҡуйып сығыр кәрәк. (бала ҡуя).
-Балалар, бөтә ҡуянға ла йәшенергә шыршы еттеме? (юҡ).
-Ә нисә ҡуянға етмәй? (Бер ҡуянға шыршы етмәй).
-Ҡуяндар нисәү икән әйҙәгеҙ һанап ҡарайыҡ ? (ҡуяндар 5).
-Ә ни өсөн шыршы етмәй икән, әйҙәгеҙ шыршыларҙы һанап
ҡарайыҡ әле? (Шыршылар 4).
-Уйнағанда бөтә ҡуянға ла шыршы етһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?
(бер шыршы ҡуйыр кәрәк).
-Ҡарағыҙ әле бөтә ҡуянға ла шыршы еттеме? (Эйе, етте).
-Ҡуяндар менән шыршылар нисек булды? (тигеҙ булды).
-Шыршы менән ҡуяндар нисәшәр булды? Һанап ҡарайыҡ әле .
-Афарин , балалар был эште үтәнек, ҡуянды ҡарайыҡ әле ҡуяндың
ҡулында шар бармы? (эйе).
2 эш.
-Әйҙәгеҙ киләһе эште, тыңлайыҡ. Беҙҙең баҡсала бик тылсымлы
кишерҙәр үҫә. Кишерҙәрҙең фигураларына ҡарап өҫтәлдә ятҡан
геометрик фигуралар янына һалыр кәрәк.
- Һин кишерҙе ниндәй фигураға һалдың? Ни өсөн?
-Сөнки мин алған кишер өсмөйөшкә, квадратҡа, овалға, түңәрәккә,
тура дүртмөйөшкә,
…………………………………………………… оҡшаған.
(Урындарға ултырҙыҡ).
-Афарин, балалар был эште лә үтәп сыҡтыҡ, ҡуянға шар өҫтәлдеме?
(эйе).
3 эш.
Киләһе эш.
- Һүрәт тора, һеҙҙең алдығыҙҙа ла шул уҡ һүрәт. Һүрәттә нимәләр
төшөрөлгән? (болот, ағас, сәскә, бәшмәк). Ҡуянға ошо һүрәттәге
һәр төшөрөлгән әйберҙе һанап, эргәһенә һандар ҡуйырға
ҡушҡандар, ә ул ҡуя алмаған, беҙ ярҙам итәбеҙме? (эйе).
-Нисә болот төшөрөлгән? (Ике болот төшөрөлгән).
-Болот эргәҙенә ниндәй һанды ҡуябыҙ? ( икене ҡуябыҙ). (бер бала
таҡтаға сығып ҡуя).
-Ә һин ниндәй һанды ҡуйҙың? (Мин икене ҡуйҙым).
-Афарин, балалар, был эште лә эшләнек ҡуянға шар өҫтәлдеме,
ҡарайыҡ әле.
4 эш.
-Ҡуяндың тыуған көнө булғас беҙ уға торт та бүләк итәйек. Тортты
беҙ төрлө оҙонлоҡтағы таҫмалар ярҙамында эшләйәсәкбеҙ, таҫмалар
төрлө оҙонлоҡта беҙгә уларҙы сағыштырып иң оҙон таҫманы иң
аҫҡа һалырға кәрәк. Һәм иң оҙондан ҡыҫҡараҡты уның өҫтәнә
һалып тортты эшләргә кәрәк.
-Ниндәй таҫма иң оҙоно икәнен нисек беләбеҙ? (Таҫмаларҙы бер
береһенең өҫтөнә һалып ҡарайбыҙ).
-Иң өҫкә ниндәй таҫманы һалдың? (Иң ҡыҫҡа таҫманы һалдым).
-Ә уртаға өҫтә ятҡан таҫманан ҡыҫҡа таҫманы һалдыҡмы, әллә
оҙондомо? (оҙондо һалдыҡ).
-Иң оҙон таҫмаң ниндәй төҫтә?
-Афарин, балалар, был эште лә үтәп сыҡтыҡ. Таҡта алдына ярым
түңәрәккә килеп баҫығыҙ. Ҡуянға тағы бер шар өҫтәлде.
-Балалар, бөгөн нимәнең тыуған көнө? (Ҡуяндың тыуған көнө).
-Беҙ уға нисә йәш икәнен ҡулындағы шарҙарына ҡарап белербеҙ
тигән инем, ҡуянға нисә йәш икән? (ҡуянға 4 йәш).
-Ә ҡайҙан 4 йәш икәнен белдегеҙ. (Сөнки ҡуяндың ҡулында 4 шар).
-Ысынлап та 4 йәшме икән, әйҙәгеҙ шарҙарҙы һанап ҡарайыҡ әле.
-Афарин, балалар, әйтегеҙ әле минә һеҙгә ҡуянға ярҙам итеү
оҡшанымы?
- Ә нимәләр эшләү оҡшаны?
-Ә бына ҡуян һеҙгә үҙенең яратып уйнаған уйындарын һеҙгә
ебәргән ебәргән. (өҫтәл артында дидактик уйындар).