Конспект занятия "Тылсымлы сәскә" скачать


Конспект занятия "Тылсымлы сәскә"

Маҡсат:
-балаларҙы үҙ ара ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү;
-бер береңә ихтирамлы булырға өйрәтеү, яғымлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ
һәм урынлы ҡулланыу ғәҙәтен тәрбиәләү;
-күтәренке кәйеф тыуҙырыу;
Йыһазландырыу:
Сисенеү бүлмәһен төрлө шарҙар менән биҙәү, төркөмдө шарҙар,
сағыу уйынсыҡтар менән биҙәү, тылсымлы сәскә.
Көндөң беренсе яртыһы:
Балаларҙы ҡабул итеү. Матур һүҙҙәр әйтеү.
Тәрбиәсе: Балалар, мин бөгөн матур сәскә таптым. Был сәскә ябай
түгел, серле, теләктәрҙе үтәй торған сәскә. Әйҙәгеҙ, бергәләп
әйтәйек:
Эй, матур сәскә тажы,
Ер шарын ура ҡат – ҡат,
Ер шарын урап ҡат ҡат,
Теләгемде үтәп ҡайт.
-Ә беҙ теләгебеҙ: көндө күңелле итеп үткәреү. Күҙҙәрҙе йомоғоҙ
(көй уйнай). Көй бөткәс күҙҙәрҙе асырһығыҙ.
-Күңелле булып китте, йылмайығыҙ әле бер берегеҙгә.
Уйын: “Исемдәр”
Иртәнге гимнастика: ”Беренсе ҡар”
ТББЭ
1.Танып белеү: БЯМТ. “Арауыҡтағы йүнәлеш төшөнсәләрен
ҡабатлау”
2.Художестволы ижад: Ҡоролмалар ҡороу. “Әсәйемә серле һарай”
Уйындар: “Орлоҡтар”
“Ел ыңғайына осоу”
Саф һауала йөрөү:
Күҙәтеү: Ҡоштар беҙҙең ҡанатлы дуҫтар”
Хәрәкәтле уйындар: “Ҡош һәм ҡошсоҡтар”
“Оялағы ҡошсоҡтар”
Төркөм бүлмәһендә: “Төҫтәр араһынан һикереү”
“Яулыҡты тап”
Көндәң икенсе яртыһы:
Йоҡонан балаларҙы матур һүҙҙәр әйтеп уятыу.
Театр ҡарау: “Юлда кем иңмөһиме” (“Сулпан” балалар театры).
Күңелле йырҙар тыңлау, бейеү.
Кәйефте билдәләү (әҙер түңәрәккә ирендәр (деталдар)
йәбештереү).
Балаларға шарҙар бүләк итеп өйҙәренә оҙатыу.