Конспект занятия "Тылсымлы кәрзин"

Тема: “Тылсымлы кәрзин
Маҡсат:
һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү,
ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөргә өйрәтеүҙе дауам итеү,
яңы һүҙҙәр менән таныштырыу, уларҙы асыҡ, таҙа, дөрөҫ итеп әйтергә
өйрәтеү, һүҙлеген байытыу,
тәм тойоу ағзаларын үҫтереү,
аҙыҡ – түлеккә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Һүҙлек эше:
һөт, ҡаймаҡ, һыйыр, май, күстәнәс.
Йыһазландырыу:
һыйыр һүрәте, кәрзин,май, һөт, ҡаймаҡ, сынаяҡтар, ҡалаҡтар.
Дәрес барышы.
Балалар, һүрәткә ҡарағыҙ.
- Был нимә? (һыйыр)
- Һыйыр нисек баҡыра? (му – у- у)
- Һыйыр беҙгә нимә бирә? (һөт бирә)
- Әйҙәгеҙ, «һөт» һүҙен ҡабатлайыҡ. әр бала ҡабатлап әйтә)
- Һеҙ һөт эсергә яратаһығыҙмы?
- Эйе, кем һөт эсә, һәр ваҡыт һау – сәләмәт була.
- Балалар, һөттән нимә эшләп була, беләһегеҙме? (балалар белһәләр яуап
бирәләр)
- Эйе, һөттән ҡаймаҡ айырып алалар.
- Әйҙәгеҙ, «ҡаймаҡ» һүҙен ҡабатлап, дөрөҫ, итеп әйтәйек.
Ял минуты. Уйын «Көн – төн»
Беҙ, «һыйырҙар» булып көндөҙ «үлән ашайбыҙ».(ҡулдарҙы кәүҙә буйлатып
төшөрөп башты алға, түбәнгә эйеү, турайтыу, «һыу эсәбеҙ» (ҡулдарҙы
бөйөргә ҡуйып сүкәйеү, кире тороу). Ә төнөн «йоҡлайбыҙ» - ял итәбеҙ
(күҙҙәрҙе йомоп тыныс тороу).
Балалар, һөттән тағы нимә эшләйҙәр?
- Май эшләйҙәр.
(балалар «май» һүҙен ҡабатлайҙар)
Уйын «Тылсымлы кәрзин»
Балалар, өләсәй беҙгә «Тылсымлы кәрзин» менән күстәнәстәр ебәргән.
Әйҙәгеҙ, күстәнәстәрҙән ауыҙ итәйек. (балалар күҙҙәрен йомалар, тәрбиәсе
өләсәйҙең күстәнәстәрен тәмләтә, балалар нимә икәнен танып әйтергә
тейештәр)
- Был май
- Был ҡаймаҡ
- Был һөт.
Өләсәйгә ҙур рәхмәт, һыйҙары өсөн.
Йомғаҡлау:
- Һөттө беҙгә нимә бирә?
- Һөттән нимә эшләйҙәр?
- Һөт ниндәй? (тәмле, файҙалы).