Конспект занятия "Леп - леп оса күбәләк"


Тема: “Леп- леп оса күбәләк”
Маҡсат:
- балаларҙы баҫма техникаһы менән һүрәт төшөрөргә өйрәтеү;
- ваҡ ҡул моторикаһын, һүрәт төшөрөү һәләтен үҫтереү;
- тәбиғәткә, күбәләккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Үткәреү формаһы: дәрес - сәйәхәт.
Эшмәкәрлек төрҙәре: уйын, художестволы ижад.
Йыһазландырыу: схемалар, һүрәттәр, ҡырҡылған
һүрәттәр,салфеткалар, мамыҡ таяҡсалар, күбәләк формаһында
губкалар.
Һүҙлек эше: бөжәктәр, ҡамҡа, сиңерткә.
Дәрес барышы:
Талғын көй уйнай күбәләк килеп инә.
- Һаумыһығыҙ балалар. Мине танынығыҙмы?(Балаларҙың яуаптары).
Эйе, мин күбәләк.
- Балалар мин дуҫтарымды эҙләйем. Һеҙ күрмәнегеҙме? Ә һеҙ миңә
ярҙам итмәҫһегеҙме икән? Улай булғас әйҙәгеҙ дуҫтарымды эҙләргә.
- Ә балалар хәҙер ниндәй миҙгел? (Балаларҙы активлаштырыу).
Схема буйынса һөйләү.
- Яҙ миҙгелендә ниндәй үҙгәрештәр була?(Һүрәттәр менән эш).
- Ҡояш нығыраҡ йылыта, яҙ көнө ямғырҙар яуа, ҡоштар ҡайта, ағастар
бөрөләнә, шунан япраҡ яра.
- Тимәк балалар яҙ миҙгелендә тирә – яҡ уяна. Афарин балалар.
Әйҙәгеҙ яҙҙың саф һауаһын һулап алайыҡ. (Түңәрәккә тороу).
Тын алыуға күнегеү:
Танау аша яйлап тын алабыҙ, сығарғанда “у- у- у” тип әйтәбеҙ.
- Балалар бында минең дуҫтарым булдымы икән? Улай булғас юлды
дауам итәйек.