Конспект урока "Күңелле ҡәләмдәр"

Конспект урока “Күңелле ҡәләмдәр
Маҡсат: балаларҙы үҙ- аллы материалды һайлап алып һүрәт төшөрөргә
өйрәтеү;
балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү; байрам кәйефе тыуҙырыу.
Йыһазландырыу: флагтар, аҡбурҙар, ҡәләмдәр, фломастерҙар, ҡағыҙҙар,
таҡта, гуашь, салфеткалар, политралар.
Дәрес барышы:
Тәрбиәсе. Балалар мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, тыңлағыҙ әле.
Ҡулланған һайын
Ҡыҫҡара бара,
Ҡыҫҡарған һайын
Оҫтара бара. (Ҡәләм)
Тәрбиәсе. Эйе, дөрөҫ.
Күңелле көй уйнай, Рәссам килеп инә.
Рәссам.
Һаумыһығыҙ балалар. Мин Рәссам булам. Һүрәттәр төшөрөргә яратам. Һеҙҙең
балалар баҡсаһында бигерәк матур икән. Һеҙ балалар баҡсаһында нимәләр
эшләйһегеҙ? (Балаларҙың яуаптары: әкиәт тыңлайбыҙ, бейейбеҙ, һүрәт
төшөрәбеҙ....).
Тәрбиәсе. Эйе, беҙҙең балалар күп нәмәгә өйрәнгәндәр.Улар уйындарҙа
уйнарға яраталар. Әйҙәгеҙ түңәрәк уйыны уйнап күрһәтәйек: “Бир ҡулыңды
Әлиә” (балалар уйнайҙар).
Рәссам. Ҡайһылай күңелле уйын, балалар миндә уйындар уйнарға яратам,
әйҙәгеҙ минең менән уйнарға.
Тәрбиәсе. Балалар уйнайбыҙмы?
“Күңелле буяуҙар”
Рәссам балаларға төрлө төҫтәге флагтар тарата. Балалар түңәрәк буйлап
йүгерәләр, ә Рәссам уртала тора. Көй туҡтаһа Рәссам берәй төҫтәге флагты
өҫкә күтәрә. Кемдең төҫө тап килә шулар Рәссам янына йүгерә.
“Йәйге һүҙҙәр”
Рәссам һүҙҙәр әйтә.Әгәрҙә улар йәнле булһалар (күбәләк, сиңерткә, терпе
һ.б.) балалар ҡулдарын өҫкә күтәрәләр. Әгәрҙә йәнле булмаған предметтарҙы
әйтһә (арбуз,ямғыр, ҡояш һ.б.) ҡулдарын артҡа йәшерәләр.
Рәссам. Миңә һеҙҙең менән уйнауы бик оҡшаны, ә шулайҙа мин күберәк
һүрәт төшөрөргә яратам. Ә һеҙ балалар һүрәт төшөрөргә яратаһығыҙмы?
(балаларҙың яуаптары). Минбигерәк тә йәй миҙгелен яратам, ә һеҙ?
Тәрбиәсе. Балалар әйҙәгеҙ улай булғас йәй миҙгеленә арнап һүрәттәр
төшөрәйек, һеҙ ризамы? (Өҫтәлдәрҙә балалар һайлап алырлыҡ итеп төрлө
материалдар һалынған. Балалар асфальтта аҡбур менән һүрәт төшөрә алалар.
Фломастер, гуашь, ҡәләмдәр менән ҡағыҙ битендә һүрәт төшөрә алалар.
Һүрәттәрҙе эшләп бөткәс таҡтаға урынлаштыралар. Бергәләп бөтә эштәрҙе
ҡарап сығалар.
Рәссам. Һеҙ бигерәк матур итеп һүрәттәр эшләнегеҙ, оҫта икәнһегеҙ. Был
балалар баҡсаһында бигерәк һәләтле балалар күп икән, һүрәттәр төшөрөргә
яратаһығыҙ икән. Балалар һеҙ мине ҡыуандырҙығыҙ, мин һеҙгә бүләккә
уйындар алып килдем, бергәләп уйнарһығыҙ.
Тәрбиәсе.Рәхмәт һиңә Рәссам. Беҙ бик шатбыҙ.
Рәссам.Һеҙгә уңыштар теләйем, ләкин миңә икенсе балалар баҡсаһына барыр
кәрәк. Һаубулығыҙ.
Тәрбиәсе. Һаубулығыҙ. Балалар әйҙәгеҙ күңелле көйгә бейеп алайыҡ.
Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
Бала үҫтереү үҙәге “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы
Күңел асыу дәресе
“Күңелле ҡәләмдәр”
(уртансылар төркөмө)
Тәрбиәселәр:
Хәсәнова
Ә.Ш.
Иргалина Г.Ә.