Конспект урока "Аквариумдағы балыҡтар"


Мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
“Бала үҫтереү үҙәге “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы”
Танып белеү: ҡоролмалар төҙөү
Аквариумдағы балыҡтар
(Уртансылар төркөмө)
Тәрбиәсе:
Ташбулатова Ә.Ә.
Маҡсат:
-Ҡағыҙҙан оригами ысулы менән балыҡ эшләргә өйрәтеү;
-Балыҡтар тураһында белемдәрен нығытыу;
-Бәйләнешле телмәр, хәтерҙәрен үҫтереү;
-Балыҡтарға һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Йыһазландырыу:
Төҫлө ҡағыҙҙҙар, бумала, елем, салфетка, ҡайсы, һалыҡтар төшөрөлгән
һүрәттәр өлгөһө;
Методик алым:
Нәфис әҙәбиәт-йомаҡ сисеү, балыҡтар тураһында әңгәмә, балыҡтар
һүрәтләнгән һүрәттәр ҡарау, балыҡ эшләү;
Дәрес барышы:
-Балалар иғтибар менән тыңлағыҙ мин һеҙгә бер йомаҡ әйтәм, ә һеҙ
миңә яуабын әйтерһегеҙ.
Аяғы юҡ-йөрөй,
Ҡанаты бар-оса алмай.
-Балыҡ.
-Афарин, балалар, йомаҡтың яуабы балыҡ.
-Һүрәттә нимәләр төшөрөлгән?
-Балыҡтар төшөрөлгән.
-Ниндәй балыҡтар була?
-Ҙур һәм бәләкәй балыҡтар була.
-Балыҡтар ҡайҙа йәшәй?
-Балыҡтар аквариумда, йылғала, күлдәрҙә йәшәй.
-Балыҡтар ниндәй төҫтә булалар?
-Балыҡтар төрлө төҫтә булалар.
-һәм төрлө формала булалар.
-Балалар, әйтегеҙ әле балыҡтар беҙҙе күрәләрме?
-Эйе, күрәләр, уларҙың күҙҙәре бар.
-Балыҡтарҙың күҙҙәре ниндәй формала?
-Күҙҙәре түңәрәк формала.
-Күҙҙәре ҡайҙа урынлашҡан?
-Күҙҙәре балыҡтың башында урынлашҡан.
-Балыҡтарҙың тәне нимә менән ҡапланған?
-Тәнкәләр менән ҡапланған.
-Ә балыҡтар нимә ярҙамында хәрәкәт итәләр?
-Балыҡтар ҡойроҡтары һәм йөҙгөстәре ярҙамында һыуҙа йөҙәләр.
Ял минуты.
Йылы таҙа һыуҙа балыҡтар
Йөҙәләр, уйнайҙар,
Ел сыҡһа һыуҙың аҫтына төшәләр,
Ҡояш сығыу менән
Өҫкә күтәреләләр.
-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡағыҙҙан балыҡтар эшләйбеҙ, һеҙҙең
алдығыҙҙа ҡағыҙҙар ята, ошо ҡағыҙҙан бөкләп балыҡ эшләйбеҙ. Ҡағыҙҙың
бер мөйөшөн икенсе мөйөшөнә ҡуйып бөкләйбеҙ һәм ҡағыҙҙы асабыҙҙа,
икенсе яғын да шулай уҡ бөкләйбеҙ. Ҡире асабыҙҙа ҡағыҙҙың ике
мөйөшөнән алып ҡапма-ҡаршылағы мөйөштәренең өҫтөнә һалып ҡағыҙҙы
бөкләйбеҙ һәм ҡағыҙҙы кире асабыҙ. Ҡапма-ҡаршы торған мөйөштәрҙе бер-
береһенең өҫтөнә һалабыҙ һәм ҡайсы алып балыҡтың ҡойроғон ҡырҡабыҙ.
Бына балыҡ килеп сыҡты. Ә балыҡҡа тағы ла нимә эшләргә кәрәк?
-Күҙҙәр.
-Күҙҙәрен әҙерләп ҡуйҙым. Бумала алып түңәрәктең аҡ яғына елем
һөртәбеҙ ҙә балыҡҡа йәбештерәбеҙ,
Ә хәҙер бөтәбеҙҙә балыҡтарыбыҙҙы аквариумға йәбештерәйек. Ҡарағыҙ
әле аквариум ниндәй матур булды.
Йомғаҡлау:
-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә эшләнек?
-Яуаптар.
-Балыҡты нимәнән эшләнек?
-Яуаптар.
-Балыҡтарҙы ҡайҙа йәбештереп ҡуйҙыҡ?
-Яуаптар.